Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май , 11:25

Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте

...Фәйзулла үҙ күҙенә үҙе ышанмаған. Мөжәүир хәҙрәт бит 1939 йыл ҡулға алынып, әле төрмәлә ултыра. Нисек ул бында килеп сыҡҡан? Ниндәй хикмәт был? Иҫенә килеп, ауыҙын асып һорашырға ғына итһә, ҡаршыһында торған хәҙрәт тә, арба ла юҡ булған. Башта ҡурҡышынан был турала Фәйзулла бер кемгә лә өндәшмәгән. Йылдар үткәс кенә әбейе Һәҙиәгә һөйләп ҡалдырған.

Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте
Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте

Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы яҙмаларҙы уҡыйһың да әүлиәнең кираматтарына ғәжәп ҡылаһың.

Был хәл 1941 йылдың 26 авгусында була. Кәрешкә ауылынан Йәнтилин Фәйзулла Баймаҡҡа барып, һуғышҡа китергә повестка алып ҡайтып килә. һыбайлы егет ауылына Манһыр эргәһенән сығып, Ҡыңғырташты аша төшөп, туранан ҡайтырға була. Был юл менән барғанда Кәрешкә Манһырға биш-алты саҡрымда ята. Урғаҙа аша сығырға торғанда үҙенең йылға буйындағы сабынлығында, егеүле аттың арбаһында Мөжәүир хәҙрәт ултыра, ти. Ул башына аҡ сәллә ураған, бөхтә кейемдә булған.

— Һине көтөп ултырам, Фәйзулла ҡусты, — ти икән күрәҙәсе. Үҙе тиҙ генә арбаһынан төшөп, ҡиблаға ҡарап ултырған да намаҙ уҡый башлаған.

Шунан бер ни аңламай хайран ҡалып торған Фәйзулланы эргәһенә саҡырып ултыртҡан да былай тигән:

— Һин һуғышта оҙаҡ йөрөмәҫһең. Сәфәрең ҡыҫҡа күренә. Әҙерәк һаулығыңа зыян килер, уның ҡарауы, иҫән ҡалырһың. Минең теләк-фатихала булырһың, ин шәәъ Аллаһ.

Фәйзулла үҙ күҙенә үҙе ышанмаған. Хәҙрәт бит 1939 йыл ҡулға алынып, әле төрмәлә ултыра. Нисек ул бында килеп сыҡҡан? Ниндәй хикмәт был? Иҫенә килеп, ауыҙын асып һорашырға ғына итһә, ҡаршыһында торған хәҙрәт тә, арба ла юҡ булған. Башта ҡурҡышынан был турала Фәйзулла бер кемгә лә өндәшмәгән. Йылдар үткәс кенә әбейе Һәҙиәгә һөйләп ҡалдырған.

Ысынлап та, Фәйзулла һуғышта йыл ярым йөрөп, һул ҡулын өҙҙөрөп, сулаҡ булып ҡайтып килә. Ҡайтҡас өйләнә, балалары була, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер һөрә. Шулай итеп, хикмәт эйәһенең күрәҙәлек ҡылыуы дөрөҫкә сыға. Тик төрмәлә ултырған хәҙрәттең нисек Урғаҙа буйында хасил булыуы уларҙы ғүмер буйы хайран итә. Әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмәйҙәр. Әммә Баймаҡ яғында хәҙрәт хикмәттәрен етди ҡабул итәләр һәм ихлас ышаналар.

(Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙының Мөжәүир хәҙрәт тураһында һөйләгәндәренән. Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан).

Автор:
Читайте нас в