Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2022, 10:40

ЛАЙЫҠЛЫМЫ, ЛАЙКЛЫМЫ?

Лайыҡлымы-юҡмы, лайк ҡуябыҙ… Еңеүсегә баһа шул сама. …Был шиғыр ҙа һинән баһа көтә, “Дуҫ”тан төшөүең бар, һин ҡара… (Дауамы – артабан).

ЛАЙЫҠЛЫМЫ, ЛАЙКЛЫМЫ?
ЛАЙЫҠЛЫМЫ, ЛАЙКЛЫМЫ?

Лайыҡлымы-юҡмы, лайк ҡуябыҙ –
Шуға ҡалды инде замана.
Лайк ҡуймаһаң, һин “дуҫ” түгел, тимәк –
Әйләнәбеҙ шундуҡ яманға.
Лайк ҡуй инде, тиеп инәләбеҙ,
Конкурс-фәлән үтһә онлайн.
“Ҡара исемлек”кә инге килмәй -
Өнһөҙ генә “дуҫ”ты тыңлайың.
Ялған донъя, ялған еңеүселәр…
Дуҫтарың күп булһа, еңәһең.
Их, лайктар һайлап алһа ине
Иң лайыҡлы, шәпле генәһен…
Лайыҡлымы-юҡмы – лайк ҡуябыҙ,
Лайыҡһыҙҙарына – көсәнеп.
“Дуҫ”һыҙ лайыҡлылар төшөп ҡала,
Заман бизмәнендә үлсәнеп.
“Лайк ҡуй әле”, тигән хәбәр килде…
Белмәйем дә яҡын был “дуҫ”ты.
Ярай, ҡуям инде, һорай бит һуң,
Хәйер, һорамай ҙа - “дуҫ” ҡушты!
Лайыҡлы ла булыу мөһим түгел,
Лайклы булыу - тормош асылы.
Лайыҡлы ла килеш лайкһыҙ ҡалып,
Аптырана әҙәм аҫылы…
Лайыҡлымы-юҡмы, лайк ҡуябыҙ…
Еңеүсегә баһа шул сама.
…Был шиғыр ҙа һинән баһа көтә,
“Дуҫ”тан төшөүең бар, һин ҡара…

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: