Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 11:30

Ул донъяға һөйөү менән баҡты

“Һәр яҡшы нәмәгә ихлас ҡыуанып, тирә-йүндәгеләр менән бүлешеп, гүйә, тормошоноң ҡыҫҡа булырын һиҙгәндәй йәшәй белде. Яғымлы ғына тауышлы Мәрзиә апайыбыҙ күптәребеҙҙең яратҡан уҡытыусыһы булды. Үҙен матур итеп тәрбиәләп, ыҡсым ғына кейенеп, ҡабаланмай ғына атлап, һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәне. Уға ҡарап, «Мәрзиә тыныслыҡтың үҙе» тип әйтергә булыр ине. Хәтер һәм иҫтәлектәр кисәһе. Хеҙмәт юлын мәктәп менән бәйләп, хаҡ донъяға күскәндәр хаҡында бынан 10 йыл алда старт алған проекттың дауамы...

Ул донъяға  һөйөү менән баҡты
Ул донъяға һөйөү менән баҡты

Тәҡдиреңә яҙған хаҡ яҙмышты берәү ҙә үтеп китмәй. Ә үҙеңә бирелгән ғүмерҙе нисек үткәреүең генә үҙеңдән торалыр.


Рамаҙан айының матур көн үҙәгендә Әбделмәмбәт мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор һәм физика уҡытыусыһы булып эшләгән М. С. Мәсәғотованы иҫкә алыр өсөн ауыл мәҙәниәт йортона хаҡлы ялдағы иң яҡын коллегалары йыйылды.


Мәрзиә Сәғит ҡыҙы - атаһының яратҡан берҙән-бер бөртөк ҡыҙы. Әммә иркә түгел, эшкә ҡатынҡы, ирҙәрсә таһыллы.


Етәкселек эше бәләкәйҙән таныш - мәктәптең урта звеноһында дружина советы председателе булыуы киләсәктә директор булып эшләүгә әҙерлек тә булып торғандыр.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең  13 май һанында уҡығыҙ.

 

Автор:Миңнур ҠАСИМОВА.
Читайте нас: