Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 10:35

Синоптиктар нимә фаразлай?

Шөкөр, бирҙе бит Раббыбыҙ көткән ямғырҙы – туҡтарға уйы ла юҡ. Донъя йәшәреп китте, үләндәр матур итеп ҡалҡты. Хәҙер ямғырҙарҙың әҙерәк туҡталып, баҡса эштәренә мөмкинлек биреүен көтәбеҙ. Ә ҡасан йылытыр һуң? Синоптиктар фаразы түбәндәгесә.

Синоптиктар нимә фаразлай?
Синоптиктар нимә фаразлай?

 

Был аҙна ла ямғырлы була, тип фаразлай   синоптиктар. Һауа температураһы ла майса түгел – 22 майға тиклем көндөҙҙәрен 8-12 градус, төнөн 1-6 градус тирәһендә тирбәләсәк.

Хәйер, май аҙағында ла ямғырҙар күренеп тора.

Тап теге һынамыштағы һымаҡ килә ята йәй былай – май һыуыҡ булһа, игенгә (барлыҡ йәшелсәләр, емештәр инеп китә инде был һүҙ эсенә), себенгә юҡлыҡ, тиҙәр бит.

Иң мөһиме, именлек, тыныслыҡ булһын, үҙебеҙ иҫән булайыҡ, дуҫтар.  

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: