Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 11:00

Егәрлеләр тота донъяны

Ауылыбыҙҙа ҡулға-ҡул тотоношоп, матур итеп донъя көтөп, тәүфиҡлы балалар үҫтергән ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе - Рәйлә һәм Ирек Әхмәтйәновтар.

Егәрлеләр тота донъяны
Егәрлеләр тота донъяны

Аллаһтың бер егәрлегә - бер егәрле, тигәненә тап килгән пар улар. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтереп, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Икенсегә ҙур, иркен итеп өй һалып сыҡтылар. Заманса йорттары ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай - бөтә уңайлыҡтар бар.


Әхмәтйәновтар ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Йыл һайын ике-өс баш мал һуйып, ғаиләнән артҡанын һатып, донья кәрәк-ярағына тотоналар. Үҙҙәренең «Беларусь» тракторы, пилорамдары бар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 13 май һанында уҡығыҙ.

Автор:Зөбәржәт Кәримова, Исламбай мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: