Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2022, 17:00

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша документтар юллау бик уңайлы

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә алыу өсөн Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ҡайҙа теркәлергә мөмкин?

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы  аша документтар юллау бик уңайлы
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша документтар юллау бик уңайлы

Рәсәй Федерацияһы граждандары өсөн миграция өлкәһендә күрһәтелә торған дәүләт хеҙмәтен алыуға ғаризаны нисек дөрөҫ йүнәлтергә?
“Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә ингәндән алып беҙҙең һөйләшкә “дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон формала күрһәтеү”, “дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы” тигән төшөнсәләр килеп инде. Ләкин был терминдар байтаҡ кешеләргә аңлашылып етмәй.


Нисек итеп илдең социаль-иҡтисади үҫешенең яңы кимәленә күсеү процесы ҡатнашыусыһы булырға? Сөнки административ реформаның асылы, тәү сиратта, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә ҡайтып ҡала.


Бәхәсһеҙ, хеҙмәттең һуңғы һөҙөмтәһен “эҙләп”, сираттарҙа тулҡынланып көтөп тороуға, тығылышыуға, төрлө инстанциялар буйлап йөрөүгә ҡарағанда тыныс өй шарттарында эш итеү беҙгә яҡыныраҡ.


Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә алыуҙың өҫтөнлөктәре байтаҡ:
- мәғлүмәттәрҙе алыуҙың еңелләшеүе;
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алыу процедураһының ябайлашыуы;
- хеҙмәттәрҙе алыуға бәйле киткән ваҡыттың кәмеүе;
- үҙеңдең ғаризаң нигеҙендә эштең һәр этабы тураһында мәғлүмәт алып барыу;
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе һорап өй йәки эш компьютерынан ғариза ебәреп булыу мөмкинлеге;
- электрон документ әйләнеше системаһына бәйле бюрократик сылбырҙың юҡҡа сығыуы;
- чиновниктар менән күҙмә-күҙ осрашҡанда килеп сығыу ихтималлығы булған коррупция хәүефен кәметеү.


Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә алыу өсөн Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ҡайҙа теркәлергә мөмкин?
- Интернет селтәре аша өй йәки эш компьютерынан үҙаллы теркәлергәбула.


- Хеҙмәтләндереү үҙәгенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте электрон рәүештә нисек алырға?
Иң беренсе Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында “Үҙегеҙҙең урынығыҙ”ҙы билдәләү (“Ваше местоположение”) шарт.Унан “Электронные услуги” тигән бүлеккә баҫып, был хеҙмәтте алырға теләүсенең категорияһын билдәләргә кәрәк: физик берәмектәр (айырым кешеләр өсөн), эшҡыуарҙар, сит ил граждандары йәки юридик берәмектәр.


“По ведомствам” тигән вкладка буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр бер нисә билдә буйынса классификациялана: ведомстволар буйынса, тормош хәлдәре буйынса, файҙаланыусыларҙың категорияһы буйынса, популярлыҡ буйынса (хеҙмәттәргә заказ биреүҙең йышлығы буйынса) һәм каталог рәүешендә бирелгәндәр. Бынан тыш, хеҙмәттәрҙе, ойошмаларҙы, документтарҙы һәм формаларҙы эҙләү асҡыс һүҙҙәр буйынса ойошторолған.


Һеҙҙең бурыс: “Паспорта, регистрации” тигән хеҙмәтте һайларға һәм инструкция буйынса дауам итергә.
Һәр хеҙмәттең үҙ мәғлүмәт карточкаһы булдырылған. Уның менән ентекле танышырға кәрәк. Уларҙа түбәндәгеләр бар:
- хеҙмәттең исеме;
- хеҙмәт күрһәтеүсе дәүләт власы йәки урындағы үҙидаралыҡ органының исеме;
- хеҙмәт күрһәтелә торған кешеләрҙең (заявители) категорияһы;
- хеҙмәтте алыу өсөн ғариза биреүсе тарафынан тапшырыла торған кәрәкле документтар, ғариза биреүсе тарафынан документтарҙы алыу ысулдары, хеҙмәттәрҙе күрһәтеү юлы менән уларҙы биреү тәртибе;
- түләү хаҡы һәм тәртибе тураһында мәғлүмәт;
- хеҙмәт күрһәтеү һөҙөмтәһе;
-хеҙмәтте күрһәтеү сроктары;
- хеҙмәтте күрһәтеүҙе туҡтатыу йәки уны күрһәтеүҙән баш тартыу нигеҙҙәре;
- хеҙмәттәрҙе күрһәтеү урыны тураһында мәғлүмәт;
- хеҙмәт күрһәтеүсе вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә (эшләмәү-ҙәренә), был хеҙмәттәрҙе күрһәтеү һөҙөмтәләренә ҡарата судҡа тиклемге (судтан тыш) ялыу биреү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәттәр;
- өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн контакттар (хеҙмәтте күрһәтеү өсөн яуаплы дәүләт власының йәки урындағы үҙидара органының телефондары);
- дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә алыу өсөн ғариза биреүсегә тултырыу кәрәк булған ғариза һәм башҡа документтар формалары.


Ғаризаны тултырып бөткәндән һуң “Готово” тигән төймәгә баҫырға һәм ғаризаны ебәрергә кәрәк. Әгәр ниндәйҙер һорауҙар килеп сыҡҡан хәлдә, түбәндәге телефон аша консультация алырға мөмкин: 3-65-80.

Автор:Г. Ғарифуллина, миграция пункты етәксеһе.
Читайте нас: