Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2022, 10:00

Бәхеттәре бөтөн

Бәхет үлсәмен әлегәсә берәү ҙә уйлап тапмаған. Берәүҙәргә бәхет – тәхет, икенсегә – аҡса, өсөнсөгә – ҡиммәтле тун, дүртенсегә – өй йылыһы, күңел тыныслығы, балалар именлеге.

Бәхеттәре бөтөн
Бәхеттәре бөтөн

Ҡолғанала йәшәүсе йәш ғаилә – Сәйәх Сәлих улы менән Мәһәҙей һылыуы Әлиә Азамат ҡыҙы Ғәйетбаевтарға бәхет - бер-береһен аңлашып, береһенән-береһе бәләкәс балаларын тупылдатып һөйөп йәшәүҙә, тормоштан йәм табыуҙа.


Йәш ғаиләнең хужабикә исемендә магазины бар. Йәнәрғоштоң осона 16х8 итеп ҙурҙан өй һалып сыҡҡандар. Эшкә сос Сәйәх: “Әсәйем менән фермабыҙ ҙа, эш тә уртаҡ. Йәшәр кәрәк бит – тырышабыҙ, дөйөм эштә болғанабыҙ”, - тип ҡыҫҡаса ғына ҡылыҡһырлама бирҙе йәшәйеш-тороштарына.


Әлиәнең әлегә әсәлек бурыстары алға ҡалҡҡан мәл – 6 йәшлек Сибәғәтте, 4 йәшлек Вилиәне тәрбиәләйһе, 6 айлыҡ Булатты ҡарайһы, донъя көтәм тип сабып йөрөгән иренә терәк-таяныс булып, усаҡ ҡотон һаҡлайһы бар.


Эйе, ауыл йәме – ғаиләләр шул. Ә Ғәйетбаевтарҙыҡы кеүек йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеп, ошонда эшен, ашын табыуға ынтылып, тырышып тороуы – икеләтә бәхет.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: