Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2022, 08:15

15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө

15 май көнө Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың ҡото булған барлыҡ ғаиләләрҙе байрам менән ихлас ҡотлайым!

15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө
15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнө

15 май көнө Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың ҡото булған барлыҡ ғаиләләрҙе байрам менән ихлас ҡотлайым!


Ғаилә — ул донъялағы иң йылы урын, йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе мәктәп. Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙе йәшәйештең төп маҡсаты тип ҡараған. Илдең киләсәге һәм үҫеше лә ғаилә именлеге, ныҡлығы менән билдәләнә. Йәмғиәтебеҙҙә өлгөлө ғаиләләр ни тик--лем күберәк булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө була.


Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм балалар ҡыуанысы теләйем! Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ, ырыҫ һәм хөрмәт булһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: