Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2022, 11:15

Ямғырҙар ерҙең зыҡытын иҙгәнсе генә яуҙы, шөкөр

Һыуытып яуҙы, был яуын оҙаҡҡа һуҙылыр, ахыры, ти торғайны ололар. Тап шулай булды ла. Күптән көткә ямғырҙарыбыҙ ерҙең зыҡытын иҙгәнсе генә яуып ҡыуандырҙы. Шулай ҙа был мәлдә күңел йылылыҡ көтә. Әҙерәк йылытып та ебәрһә, шәп булыр ине лә, шулай бит. Ял көндәренә синоптиктар нимә вәғәҙә итә һуң?

Ямғырҙар ерҙең зыҡытын иҙгәнсе генә яуҙы, шөкөр
Ямғырҙар ерҙең зыҡытын иҙгәнсе генә яуҙы, шөкөр

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә ямғырлы, яҙғыса йылы була. Бөгөн, 13 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +11,+16 градус.

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 14 майҙа һәм 15 майҙа, ҡыҫҡа ваҡылы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә +3,+8, көндөҙ иһә +12,+17 градус була.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: