Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2022, 15:55

Хәтерҙә һаҡланған "видеолар”...

  Байтаҡ йылдар элек “Таң” гәзитендә эшләп киткән Ғәлиәкбәр ҡыҙы Рәйлә Нурмөхәмәтованың (Күлбаева) ошо яҙмаһы уйландырҙы. Эйе, тормош булғас, һәр беребеҙ менән булырға мөмкин унлай хәлдәр. Ә һуңлап булһа ла ғәфү үтенә белеү – һирәктәр өлөшөндә... “...25 йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, бер бурыс күнелде өйкәй... Ғәфү үтенергә уҡталам да, тормош мәшәҡәттәренә сумып, онотам. Ә мәшәҡәт булмағанда, батырсылыҡ итә алмай интегәм. 1993 йылдың авгусында "Таң" газетаһына эшкә урынлашҡас, башта Янһары (Яңы Собханғол) ауылынан йөрөп эшләнем.

Хәтерҙә һаҡланған "видеолар”...
Хәтерҙә һаҡланған "видеолар”...

Тик райүҙәктең үҙендә фатир кәрәк ине. Шул һорау менән бер нисә апайға мөрәжәғәт иттем. Әкиәттә генә бер «теремокҡа» бер нисә йәнлек һыйған. Тормошта икенсерәк. Апайҙар ипле генә итеп баш тартты һәм ни өсөн мине фатирға индерә алмағандарын аңлатты.

Ошо турала гәзиткә яҙырға булдым. Актуаль мәсьәлә кеүек күренде.
Ләкин редактор был мәҡәләне башҡасараҡ итеп үҙгәртергә булды. Мәҡәлә фельетон һымағыраҡ килеп сыҡты.
Шул мәҡәләлә үҙен таныған кешеләрҙең барыһы алдында ла мин үҙемде ғәйепле тоям.
Гөлйемеш Сәғитованан, Зилә Лиранан, Тамара Ишбулдинанан һуңлап булһа ла ғәфү үтенәм.
Газетаның редакторына, Инсур Йәһүҙинға бер ни тиклем ваҡыт күңелемдә үпкә йөрөттөм. Әлбиттә, мин уны аңлайым һәм ғәфү итәм.

Ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән Инсур ағайҙан ғәфү үтенәһе лә бар…

Бер көн ни өсөндөр редакцияның асҡысын миңә ҡалдырырға булды ул.
Ә мин...
Эшкә сығып китеп бара инем, фатир хужабикәһе туҡтатты. (Галя исемле бер татар әбейенә фатирға кергәйнем).
"Ҡарабойҙайҙы таҙартып биреп кит», - тине ул.
Тиҙ генә эшләп булманы был эште - ул ярма араһына ҡурғаш ҡағыҙы ҡырҡҡылап һалғайны.

Эшкә һуңланым. Мин килгәндә редакция һикәлтәһендә баш редактор һәм тағы ла бер нисә кеше баҫып тора ине.
Инсур ағай асыулы итеп нишләп һуңлауымды һораны. Ә мин өндәшмәй генә эш башлау урынына:
- Бүтән көндәрҙә беҙ шулайтып көтәбеҙ, - тинем. Аҙаҡтан үкендем...

Ғәфү итегеҙ мине, Инсур ағай!

Галя (Ғәйниямал) әбей ҡалын линзалы күҙлекле, ябыҡ ҡына бер әбей ине.
Яҡшыны ла, яманды ла ныҡ ҡабартып, күпертеп һөйләргә яратһа ла, мин уны, ғәҙел кеше булараҡ, ихтирам иттем.
Мин ике аҙнаға ауылға бесән эшләшергә тип һорап ҡайтҡас, бер үҙе йоҡларға ҡурҡып, икенсе ҡыҙҙы индереп алған. Ә үҙе, насар ишеткәс, беҙ икәүләп һөйләшһәк, "Мине һөйләйһегеҙме әллә?"- тип асыулана..
Нишләп уны һөйләргә инде беҙгә? Эстән генә асыу килә…

Шуның өсөн ғәфү үтенәм һеҙҙән, Ғәйниямал инәй, ҡолаҡ ишетмәүҙең нисек ҡыйын икәнлеген белә тороп, асыу килгән өсөн...
Әсе телегеҙ, урынһыҙ тәнҡитегеҙ өсөн ғәфү итәм.
Күптән гүр эйәһе. Ә шулай ҙа...

Ни өсөн әллә ҡасанғы «үпкәләрҙе» яңыртырға булдым?
Сөнки хәтерҙә һаҡланған "видеоларҙы", кәрәкмәгән файл һымаҡ, кәрзингә ташлап, юйҙырып булмай.
Ә "эшкәртелгән видеолар" үҙенән-үҙе яҡшы хәтирәләр папкаһына күсә.

Тағы ла кемдәрҙе үпкәләттем икән?
Ғәфү итегеҙ мине, кешеләр.
Мин дә һеҙҙе ғәфү итәм”.

Рәйлә Нурмөхәмәтова (Күлбаева).

 

Автор:
Читайте нас: