Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 12:25

Фытыр саҙаҡаһының нисәбе билдәләнде

Башҡортостанда Рамаҙан айындағы түләүҙәр күләме (фытыр һәм зәҡәт нисәбе) билдәләнде.

Фытыр саҙаҡаһының нисәбе билдәләнде
Фытыр саҙаҡаһының нисәбе билдәләнде

Түләүсенең финанс хәленә ҡарап, зәҡәттең минималь күләме ғаиләнең һәр ағзаһынан 150 һум була.

Фытыр саҙаҡаһын Рамаҙандың тәүге көнөнән алып ғәйет намаҙына тиклем таратырға мөмкин. Байрам намаҙына тиклем түләнгән фытыр зәҡәт була, ә унан һуңғыһы хәйер тип кенә иҫәпләнә.

Һаулығы буйынса ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның күләме Рамаҙан айының һәр көнө өсөн 250 һум күләмендә билдәләнә.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдереүҙәренсә, быйыл Рамаҙан айы 1 апрелдә башланды, ул 1 майҙа тамамлана. Ураҙа тамамланғандан һуң икенсе көнгә — быйыл 2 майҙа — диндарҙар Ураҙа ғәйетен ҡаршылай.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-28/bash-ortostanda-rama-an-ayynda-y-t-l-r-k-l-me-bild-l-nde-2788048

Автор:
Читайте нас: