Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Тимерйән Тимерғәле улы Зәйнуллин әле лә Чернобыль хәтирәләрен йөрәгендә йөрөтә.
-Мин үҙем Аҡбулат ауылында тыуғанмын. 1984 йылда армияға алындым. Куйбышев ҡалаһында бәйләнеш батальонында шофер булып хеҙмәт иттем. Чернобылдә атом электр станцияһы шартлағанға (1986 йылдың 26 апрелендә) бер ай ҙа тулып өлгөрмәгән ине әле – 20 майҙа беҙҙе шунда ебәрҙеләр.
Урман буйындағы палаткаларҙа урынлаштыҡ. Унда ике ай ҙа 4 көн хеҙмәт итергә тура килде. Был күп, - тип һүҙ башланы Тимерйән Тимерғәле улы.
Һәләкәт урынына иң беренсе хәрбиҙәр юл ала. Махсус командировкаға башта транспорт йөрөтөүселәр саҡырыла. Шуға ла Тимерйән ағай тәүгеләр иҫәбендә була.
Улар тап шартлау эргәһендә генә урынлашҡан станцияла эшләргә тейеш булалар. 4 кеше бүлмәләрҙә дезинфекция үткәрә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 апрелдә сыҡҡын 16-сы һанында уҡығыҙ.