+6 °С
Болотло
Улар барыһы ла бер эш менән булышҡандар, ләкин малайға һәр береһе үҙенсә яуап ҡайтарған...
Беренсе төҙөүсе, эшем шундай, шуға кирбес алып китеп барам, тип етди генә әйтеп үткән.
Икенсеһе, миңә аҡса кәрәк, шуға кирбес ташыйым, тип ары ашыҡҡан.
Өсөнсөһө, мин киләсәктә бәхетле кешеләр йәшәйәсәк матур өйҙө төҙөүҙә ҡатнашам, тип йылмайған...
Малай аптыраған – нисек инде бер үк эште төрлө кәйеф һәм маҡсат менән башҡарырға мөмкин һуң?..
Ә был хикәйәттең асылы шунда: теләһә ҡайһы эшкә яҡшы кәйеф менән тотонғанда һәр эштең яҡты һәм һәйбәт яҡтарын табырға була. Эшекә мөнәсәбәтте үҙгәртеү ҙә етә, ул һеҙгә күңел ҡәнәғәтлеге килтерә башлаясаҡ... Йә булмаһа, эш урыныңды алыштыр – күңелеңә ятҡан эшкә кит. Үҙең дә ыҙалап, эшеңде лә ыҙалатып йөрөмә