Бала саҡта һөт бороп бөткәс сепарат һемәген һеңлемә бирә инек. Эй супылдап ялар ине ул. Бәләкәс кенә бармағын һемәк буйына тығып-тығып ала ла, теле менән бармағын имер ине. Минең әллә ни иҫ китмәне һемәктәге ҡаймаҡҡа. Кәрәкһә, ҡалаҡ тултырып һоҫоп алып икмәккә яғып ашар инем...
Ҡайһы саҡ һеңлемә һемәкте бирмәй яңылыш өләс бармағы менән һыпырып төшөрә лә ҡуя торғайны, китер ине шунан үсегеүҙәр))))
Ипләп кенә кире сеүәтәнән ҡаймаҡты һемәккә яғып әүрәтә инек бәләкәс батшабикәне...)))
Бөгөн мин тәүгә тиерлек һемәк яланым. Шуға уйлап ултырам, нишләп белмәгәнмен икән бығаса был мәмәйҙе?
Ошоғаса һемәктән ҡаймаҡты шарт-шорт һыпырып төшөрәм дә , эҫе һыуға йыуа ла ҡуя торғайным. Вәт, белекһеҙ мин!
…Хоҙайҙың һәр көнө лә тиң, изге, ти торған ололар. Бөгөнгө башланып торған ҡояшлы ғына йома иртәһе минең кеүек тормошоғоҙҙа бығаса тәмләнмәгән тәмгә, күрелмәгән йәмгә күҙегеҙҙе асыр көн булһын, төркөмдәштәрем!
Хәйерле йома!
Миңзәлә Сирғәлина.
("Башстатус"тан алынды).