+15 °С
Болотло
...Ир кеше кис өйөнә ҡайтып инә. Инә лә... иҫе китә. Өй бысраҡ, балалар онға, бысыраҡҡа буялып бөткән, ашарға бешмәгән. Ҡото осоп китә.
- Әсәйегеҙ ҡайҙа? - тип һорай балаларҙан.
- Телевизор ҡарай, - бер тауыштан яуап бирәләр.
- Был нимә? - тип асыуынан ҡысҡырып ебәрә ир.
- Әәә, һин ҡайттыңмы? Көн дә эштән ҡайтҡас, нисек инде арының, һин бит эшләмәйһең, тип йәнемә тейәһең. Бөгөн мин, ысынлап та, бер нәмә лә эшләмәнем, - тип яуап бирә ҡатын.
Өҫтәге һорауға ла яуап – ҠАТЫН-ҠЫҘ!.