Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 16:05

Юл буйҙары тулы ҡый, Тоғоң тулыр — ихлас йый!

Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендә ҙур өмә үткән. Улар ауыл эсен генә түгел, ауылдар араһындағы юл буйҙарын да сүп-сарҙан таҙартҡан. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мөнир Фәйзуллин ҡыйҙар, ҡыйлаусылар, шул ҡыйҙарҙы йыйыштырыусылар тураһында уйландырырлыҡ итеп яҙған:

Юл буйҙары тулы ҡый, Тоғоң тулыр — ихлас йый!
Юл буйҙары тулы ҡый, Тоғоң тулыр — ихлас йый!


“Таҙалап та йөрөмәҫ инек, ҡыйлаусыһы булмаһа, тип һамаҡланы бер матур ҡатын. Исемен белмәйем, әммә әйткәне бик хаҡ. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек тә баһа: тыныс ҡына ятҡан оло юл, ҡышҡа матур ғына ҡиәфәттә ҡар аҫтында ҡала ла, яҙғыһын тирә-яғы ҡалма булып уяна, әйтерһең дә, ҡыш буйы юлдың ике ситендә шайтандар бейешеп, туй-фәлән үткәреп, кәйеф-сафа ҡороп сыҡҡан: шешәләр, консерва, банкалар, төрлө ашамлыҡ ҡапсыҡтары, ағас, ботаҡ-сатаҡ ҡалдыҡтары.
Бөгөн шул юл буйҙарын тәртипкә килтереү өмәһе үтте Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендә. Тик, “Һаман да теге өсәү” тигән һымаҡ, ғәҙәттәгесә, тағы шул уҡытыусылар, тәрбиәселәр генә сыҡты өмәгә.Ҡыҙыҡ һорау тыуа: нимә уҡытыусылар, тәрбиәселәр бысратҡанмы әллә юл буйҙарын, баяғы “шаян шайтандар” уларҙыр, бәлки?.. Иманым камил—педагогтар юғары мәҙәниәтле кешеләр, бүтәндәр өмәне уйлап та бирмәгәндә, дәррәү сығып, юл буйҙарын ҡыҙырып тәртипкә килтереп, таҙалап йөрөүҙәре ҙур хуплауға лайыҡлы. Пенсиялағы уҡытыусы Миңзәлә Ғилман ҡыҙы Фәтҡуллинаның оло тоҡ һөйрәп был төркөмдә йөрөүен патриотлыҡҡа тиңләр инем мин. Балалар баҡсаһы мөдире Гүзәлиә Ҡарамышева етәкселегендәге коллектив һәм ауылдан бер-нисә актив ҡатын-ҡыҙ Әбделмәмбәттән Бәләкәй Ҡыпсаҡҡа барған юл ситтәрен—Бәләкәй йылға исемле тау юлын ҡыйҙан таҙарттылар. Тик кескәй генә көс йәнтөйәгебеҙҙе тулыһынса таҙалап бөтә алмай шул. Ә эш күп юл буйҙарында. Мәҫәлән, Оло йылға ҡабағы өҫтөнән Яуымбайға сыҡҡан юлдан өҫкә күҙ һалһаң хайран ҡалмалы: ҡасандыр ҡолаған һәм сереп бөтә алмай ятҡан ҡайын ағастары, ос-мостар, ботаҡтар тау битләүен йәмһеҙләп, ер-һыуҙың ҡотон ебәреп ята. Был тирәнән үткәндә йыр һүҙҙәрен саҡ ҡына боҙоп: “Ҡайындары, ай-һай, аҡ икән, хужалары бында юҡ икән,” тип йырлап ебәрмәле хатта. "Хужалары" тигәндән, мин бында ниндәйҙер начальниктарҙы күҙ уңында тотмайым, был төбәктә йәшәгәс, беҙ — был ерҙең хужалары, йәнтөйәгебеҙҙе ҡыйламау, таҙа тотоу — үҙебеҙҙең намыҫта”.

Мөнир Фәйзуллин.                                                                                                                                                                                                                                                                                                                             

Автор:
Читайте нас в