Беҙҙең районда муниципаль кимәлдә граждандарҙың мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү йәһәтенән ауыл биләмәләре уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Депутаттар корпусы район һәм ауыл Советтарында урындағы әһәмиәттәге һорауҙарҙы хәл итә, үҙҙәренең округтарында йәшәгән райондаштарыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлай.
Урындағы үҙидараның һөҙөмтәлелеге булып халыҡ, дәүләт власы органдары һәм башҡа өлкәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү тора. Артабан да халыҡтың ышанысын аҡлап, районыбыҙҙың үҫеше өсөн берҙәм эшләрбеҙ тип ышанам.
Байрам уңайынан беҙгә күп йыллыҡ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ауыр осорҙарҙа район мәнфәғәте өсөн эшләгән муниципаль хеҙмәт ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм!
Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, көс-дәрт, еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ышаныслы фекерҙәштәр теләйем!