Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 10:35

РӘФИЛ, РӘФИЛӘ, РӘСИЛӘ 20 ЙӘШТӘРЕН БИЛДӘЛӘЙҘӘР!

Бынан тап 20 йыл элек Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Хәйҙәр һәм Рәйсә Мәсәғүтовтар ғаиләһендә өс игеҙәк донъяға килеп, уларҙың өс балалы ғаиләһен бер көндә алты балалы ғаиләгә әйләндергәйне. Уларҙың тәпәй баҫҡаны, мәктәпкә барғандары, уны тамамлағандары хаҡында гәзит уҡыусыларға хәбәр итә барҙыҡ. Әсәй кеше бөгөн балаларына ниндәй нәсихәттәр еткерә?

РӘФИЛ, РӘФИЛӘ, РӘСИЛӘ 20 ЙӘШТӘРЕН БИЛДӘЛӘЙҘӘР!
РӘФИЛ, РӘФИЛӘ, РӘСИЛӘ 20 ЙӘШТӘРЕН БИЛДӘЛӘЙҘӘР!

-Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Теүәл 20 йыл элек мин бер юлы өсләтә әсәй булдым.
Күктә ҡояш аллы -гөллө нурҙарын һибеп көлә.
Һеҙҙең тыуған көн икәнен, әйтерһең, ул да белә!
Үҙегеҙ ҙә, гүйә, беҙгә ней кәрәген белгәнегеҙ - тыуып ҡына ҡалмағанһыҙ, яҙҙы алып килгәнһегеҙ.
Бапестарем минең! Матур юбилейығыҙ уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Йөрөгән юлдарығыҙҙа тик изге күңелле кешеләр генә осраһын, бөтә уй - хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Ҡулдарығыҙға диплом алып ҡыуанып, тормошта абынмай-һөрөнмәй генә үҙ юлығыҙҙы уңышлы табып, бәхетле йәшәргә яҙһын. Бер-берегеҙгә терәк-таяныста йәшәһен өсөн һеҙҙе Хоҙай өсәү итеп яратҡан. Был ысынлап та шулай, бәләкәй генә саҡтан да ололарса фекерләп, был донъяға рәхмәтле була алғанығыҙға ҡыуанам. Маҡсатлы булып, шуға ынтылырға тырышыуығыҙ өсөн һоҡланам. Аҡты ҡаранан айырып, тормоштоң йыр ғына түгеллеген аңлай алыуығыҙ тынысландыра. Кешеләр араһында "һандуғастар" ғына түгел,"ҡоҙғондар” ҙа барлығына төшөнә барыуығыҙ шатландыра. Алдағы заманға ярашлы алдынғы ҡарашта булып, оптимистик рухта фекерләп, тырышып тороуығыҙ өсөн шатланам. Артабан да беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышығыҙ, һеҙҙән тик матур яңылыҡтар ғына килеп торһон. Уңыштар теләйем, бәпестәрем.

Ә инде интернет селтәрендә ултырыусы дуҫтарыма мөрәжәғәт итеп, кемдар 20 йыл элек һәм ошо йылдар эсендә беҙгә минең бәпәйемзәрем менән бәйле ярҙам, хөрмәт күрһәткән, иғтибарлы булған - барығыҙға ла оло рәхмәтемде еткерәм. Күмәк тырышлыҡ менән Аллага шөкөр, беҙ "ҙурайҙык". Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, доньялар именлеге теләйем.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в