Киләһе өс көндә Башҡортостанда ямғырлы, ләкин яҙғыса йылы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 19 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә +3, +8 градус була, республиканың төньяғында 2 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ +7,+12 градус, көньяҡта +15, +20 градус.
20 апрелдә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе мөмкин.
Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ республиканың төньяғында +9, +14, көньяғында иһә +16, +21 градус.
Аҙнаның икенсе яртыһында һауа температураһы бер ни тиклем түбәнәйә – көндөҙ плюс 10-12 градус, төндә 0 градус тирәһе күҙаллана.