Мөмкинлеге булған кеше был кәштәгә ниндәйҙер әйбер йә ризыҡ һалып китә, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.
Сауаплы эшкә тотонған райондаштарыбыҙҙың был изге эштәре оло хуплауға лайыҡ. Ҡылған изге ғәмәлдәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
- Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ойошторолған саҙаҡа кәштәһе ай буйына эшләп торасаҡ. Мохтаж булғандар тартынмаһындар, рәхим итеп алһындар ине, - ти Регина Владимировна.
Саҙаҡа биреү – мосолман өсөн фарыз ғәмәл һанала. Мохтаждарға ярҙам иткән, хәйер-саҙаҡа биреп торғандарҙы Хоҙай фани донъяла уҡ йән тыныслығы һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бүләкләй. Бер телем икмәк йә йотом һыу биреү ҙә саҙаҡа, ул ҙурлығы-бәләкәйлеге менән үлсәнә торған дәүмәл түгел.
Әйҙәгеҙ, ошо изге Рамаҙан айында мәрхәмәтле эш башлап ебәргән райондаштарыбыҙға ҡушылайыҡ, изгелектәр ҡылырға ашығайыҡ, райондаштар!