Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 16:00

Ырғыҙлының әүҙем ағинәйе

Сәлихова Фатима Мөхәмәҙулла ҡыҙына 74 йәш. “Ағинәйҙәр” ойошмаһына йөрөй. Ауыл клубында үткәрелгән һәр сарала ихлас ҡатнашып килә.

Ырғыҙлының  әүҙем ағинәйе
Ырғыҙлының әүҙем ағинәйе

Ырғыҙлы ауылына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова килгән көндө ауыл мәҙәниәт йортона ағинәйҙәр ҙә күпләп йыйылғайны. Бейәләй бәйләп ултырған инәй иғтибарымды йәлеп итте.

- Ейәнсәремдең курткаһына тап килтерәйем тип зәңгәрҙән генә бәйләп ултырам, - тип һүҙ башланы инәй.

Сәлихова Фатима Мөхәмәҙулла ҡыҙына 74 йәш. “Ағинәйҙәр” ойошмаһына йөрөй. Ауыл клубында үткәрелгән һәр сарала ихлас ҡатнашып килә.

-Яңыраҡ ҡына “Быйма”, “Ҡоймаҡ” байрамында ҡатнаштым. Өйҙә яңғыҙ тик ултырғансы, тип йөрөргә тырышам. Хәлдәрем, Аллаға шөкөр, үҙ аяғымда йөрөп ятҡас. Балаларым, ейәндәрем килеп торалар. Бәләкәй ҡыҙым Өфө янындағы Шамонинола, улым Шишмәлә. Ауылдағы оло ҡыҙыма ышанып, уға таянып йәшәп ятам. Сирләп китһәм йәиһә ярҙам кәрәк булып китһә, йүгереп килеп етәләр.

Үҙем Мәҡсүттән, йәш саҡта эш буйынса Ырғыҙлыға килгәйнем, шунан бирле бында йәшәп ятам. Ауыл советында секретарь, эштәр менән идара итеүсе булып эшләнем.
Район хәбәрҙәрен, яңылыҡтарын “Таң”дан ғына белеп торабыҙ. Ф. Ғазиндың, Д. Аллабирҙиндың, М. Ҡаһарманованың мәҡәләләре ҡайһы саҡ килеп сыға - уларҙың яҙғандары оҡшай. Онота бирһәм, гәзитте тағы бер асып уҡып алам. Тик хәҙер күҙ генә насарыраҡ күрә башланы, - тип хәл-әхүәлдәре менән бүлеште һәм “Талда япраҡ, миндә һағыныу, һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар” тип йырлап та ишеттерҙе Фатима инәй.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас в