Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 16:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Марттың 24-енән 31-енә тиклем район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 41 мөрәжәғәт булған

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Үткән аҙнаның шаршамбыһынан был аҙнаның кесаҙнаһына тиклемге ваҡыт эсендә бер сабый тыуған. Никахтар, айырылышыуҙар булмаған. 3 район-дашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
Хөрмәтле граждандар, ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк 101 һәм 112 һандары буйынса шылтыратырға ашығығыҙ.

02 хәбәр итә
Марттың 24-енән 31-енә тиклем район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 41 мөрәжәғәт булған.

Улар иҫәбендә урлашыу (3), мутлашыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (5), спиртлы продукция менән законһыҙ сауҙа итеү (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (3), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 62 протокол төҙөлгән.

Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 52.

Бер водитель эскән хәлдә руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в