

Демография
Был ваҡыт арауығында районда 2 сабый тыуған. Никахтар булмаған. Бер ғаилә никахын тарҡатҡан. 7 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Иҫке Собханғолда күп балалы ғаиләнең өйө янып киткән.
Хөрмәтле райондаштар! Әгәр ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, 101, 112 һандары буйынса хәбәр итергә ашығығыҙ!
02 хәбәр итә
10 марттан 17 мартҡа тик-лемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 34 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), ғаилә низағы (2), урлашыу (2), шәхси документтарҙы юғалтыу (1), кеҫә телефоны юғалтыу (1), ялған саҡырыу (1), янғын (1), үлтереү менән янау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), ата-әсәлек бурысын үтәмәү (1), ялған билдәләргә шик булған купюраларҙы асыҡлау (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 69 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 59. 2 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.