

Демография
Алдағы ике аҙнала районда 8 сабый тыуған. Никахтар ҙа, айырылышыу осраҡтары ла булмаған. 10 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Уҙған аҙнала Иҫке Собханғолда элекке пилорама бинаһына ут тоҡанған. Янғын сығыу осраҡтары булғанда стационар йәки кеҫә телефондарынан «112» йәки «101» һандарына шылтыратырға кәрәк.
02 хәбәр итә24 февралдән 2 мартҡа тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бү-лексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 33 мөрәжәғәт булған.
Улар иҫәбендә транспорт сараһын урлау (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), дауаханаға оҙатыу (3), йортта мәйет (тәбиғи үлем) табылыу (1), битлек режимын боҙоу (1), ғаилә низағы (1), урлашыу (3), документ юғалтыу (1) тураһында һәм башҡа хәбәрҙәр бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 59 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 47.