

Бәлиғ булмаған балаларҙың төнгө ваҡытта өлкәндәр оҙатыуынан тыш урамда йөрөүе йәмғиәт өсөн дә балаларҙың үҙҙәре өсөн дә хәүефле. Төрлө тәртип боҙоуҙар ғәҙәттә төнгө ваҡытта ҡылына. Ниндәй генә аҡыллы бала булмаһын, йомшағыраҡ холоҡлоһоноң насар өлгө күрһәтеүсе өлкәнерәк йәштәгеһенә эйәреүе бик ихтимал.
Үҙҙәре лә аңламай ҡылған тәртип боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы бар икәнлеген белеп тә еткермәйҙәр.
Енәйәт яуаплылығы – иң хәүефле хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ҡаралған яуаплылыҡтарҙың иң ҡәтғи төрө. Енәйәт яуаплылығы 16 йәштән ҡаралған, ләкин ҡайһы бер енәйәттәр өсөн 14 йәштән дә яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Мәҫәлән, үлтереү, кеше һаулығына уртаса ауырлыҡта йәки ауыр зыян килтереү, көсләү, тартып алыу, урлашыу, терроризм акты тураһында ялған хәбәр еткереү, транспорт сараһын урлау, хулиганлыҡ һәм башҡалар өсөн. Бер-нисә кеше (төркөм) тарафынан башҡарылған енәйәт эштәре хәлде ауырлаштыра һәм тағы ла ҡатыраҡ яза алыуға килтерә. Әгәр бәлиғ булмаған бала ҙур булмаған йә уртаса ауырлыҡтағы енәйәт эше ҡылһа, яза мәжбүри тәрбиәүи сара менән алмаштырыла. Суд ҡарарына ярашлы, бала махсус уҡыу йортона йүнәлтелеүе мөмкин.
Ғинуар айында Бөрйән районында йәшәүсе бәлиғ булмаған бер балаға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 115-се статьяһының 2-се өлөшөнөң «в» пунктына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылды. 31 ғинуарҙа төнгө 3 һәм 5 сәғәттәр араһында бәлиғ булмаған үҫмер аңлы рәүештә насар мөнәсәбәт арҡаһында үҙенән оло кешегә ауыр тән яралары һалыу маҡсатында, ҡулына бысаҡ алып, уның һулаҡай иңбашын, янбашын һәм тубыҡ артын йәрәхәтләй. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Бәлиғ булмаған үҫмер профилактик иҫәпкә ҡуйылған.
Бәлиғ булмаған балаларҙың төндә йәмәғәт урындарында йөрөүе закон тарафынан тыйыла. Улар ата-әсә оҙатыуынан тыш киске 22 сәғәттән алып иртәнге 6 сәғәткә тиклем өйҙән сығырға тейеш түгелдәр. Билдәләнгән ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта 500-ҙән алып 1000 һумға тиклем, ҡабаттан тотолғанда 1000 һумдан 2000 һумға тиклем штрафтар ҡаралған.
Балаларға ҡарата енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, бәлиғ булмағандар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау маҡсатында һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының 8 февралдә сыҡҡан ҡарарына ярашлы, февралдең 15-енән 22-һенә тиклем «Үҫмер - ғаилә» исемле комплекслы оператив-профилактик саралар уҙғарылды.