Йәмғиәт
17 Февраля 2022, 11:30

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

10 февралдән 17 февралгә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 28 мөрәжәғәт булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Үткән аҙнала районда 2 сабый тыуған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыу осраҡтары булмаған. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.

02 хәбәр итә
10 февралдән 17 февралгә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 28 мөрәжәғәт булған.


Улар иҫәбендә тән йәрәхәттәре һалыу (3), мутлашыу (1), бурлыҡ (1), ғаилә низағы (2), фатирҙа мәйет табылыу (1), дауаханаға алып барыу (1), документтар юғалтыу (1), битлек режимын боҙоу (7), хәбәрһеҙ юғалыу (1) һ. б. бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 90 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 62 протокол.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.