Йәмғиәт
15 Февраля 2022, 03:30

15 февраль - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Хөрмәтле яугир- интернационалистар һәм ветерандар!

15 февраль -  Яугир-интернационалистарҙы  иҫкә алыу көнө15 февраль -  Яугир-интернационалистарҙы  иҫкә алыу көнө
15 февраль - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

5 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарылыуына 33 йыл тула.
Был көндә беҙ Афғанстан ерендә ауыр һынауҙар үткән яугир-интернационалистарға хөрмәт күрһәтәбеҙ, уларға интернациональ бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Һеҙҙең фиҙакәрлегегеҙ һәм ҡаһарманлығығыҙ йәш быуын өсөн Тыуған илгә һөйөү – илһөйәрлек үрнәге ул.
Һеҙгә рухи ныҡлыҡ, һаулыҡ, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем.
Йәштәргә, үҫеп килеүсе быуын ир-егеттәренә башҡа бер ваҡытта ла ундай утлы һынауҙар аша үтергә яҙмаһын. Донъ-ялар имен булһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас