

МИНӘН АЛДА КИТЕП БАРМАҺЫН...
Кисә күрше өлкәлә йәшәүсе бер апай менән һөйләшеп алдыҡ. Ижадым менән дә ҡыҙыҡһынып, былай һүҙҙәребеҙ берегеп тә, дуҫлашып киткәйнек бынан дүрт йыллап электер. Ике-өс айға бер шылтыратып ала. Бик белемле, фекерле апай, уның менән аралашыу үҙе бер һабаҡ.
--Ағайығыҙҙы ауырый тип ишеткәйнем, белешкәнең юҡмы хәлен? Ул-был була ҡалһа ишетелер ине лә ул һеҙгә, эйе бит? – тип һорай апай иң аҙаҡтан. Асылда, бөтөн һөйләшеүҙең төп сәбәбе ошо һорау ул.
--Ишетелер ине, әлбиттә. Ундай кешенең үлемен бөтөн республика белер ине.
--Минән алда китеп бармаһын инде, тип уйлайым...
--Уға нисә йәш булды әле ул?
--Һикһәне тулып үтте. Минән дүрт йәшкә оло.
Сараһыҙҙан көрһөнөп ҡуям. Апай быны үҙенсә аңлап еңелсә генә көлөп ала:
--Был апай алйыған тиһеңме? Ошо йәштә яратыу һөйләп...
--Юҡ, улай тимәйем...
--Шулай ҙа белешерһең әле, иркәм? Күңел тыныс түгел...
--Ярай, мотлаҡ.
56 йыл элек аймылыш булған кешеләр улар. Икеһе лә оло тормош юлы үткән, балалар үҫтергән, илгә хеҙмәт иткән шәхестәр. Шундай ҙур, бөйөк эштәр башҡарғандар, билдәлелек яулағандар һәм... һөйгәндәре менән бергә була алмай зарығып йәшәгәндәр. Һуңғы йылдары бер-береһенең был донъяла бармы-юҡмы икәнлектәрен төрлө юлдар менән белешеп торалар. Жиза...
Пс.Пс.: Был тарихты беҙ үлгәс яҙырһың, тине апай.