

Изгелек эшләп, башҡаларҙың ҡыуанысын арттырып, проблемаһын ыңғай яҡҡа хәл итешеүсе киң күңелле кешеләр ҙә юҡ түгел – ана, Әбделмәмбәт егете, шәхси эшҡыуар Рәдиф Рәүф улы Батыров Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Исмәғилевтарҙы ҡайһылай ҡыуандырҙы. Сауаплы ғәмәл, изгелек булһын, тип, өр-яңы телевизор алып бирҙе!
Бүләк тапшырыу сараһында райондың опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе А. Вәхитова менән “Ғаилә” үҙәгенең ғаиләләр менән эш буйынса белгесе Г. Вәлиева ҡатнашты. Әйткәндәй, “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәре малайҙарға кейем-һалым алып барған ине.
- Рәдифкә рәхмәт – Яңы йыл алдынан да күп балаларға күстәнәстәр алып биреп һөйөндөрҙө – уның тәмлекәстәрен “Ғаилә” үҙәге аша мохтаждарға тараттыҡ. Бына әле килеп үҙ инициативаһы менән ике улын яңғыҙ тәрбиәләүсе Радмил Исмәғилевҡа телевизор бүләк итте, - ти Айгөл Вәхитова.
“Телевизор өсөн рәхмәт!” - тип ҡыуаныстарын йәшерә алмай йылмайҙылар Данил менән Даян.
Малайҙар икеһе лә “Әбделмән” мәсетендә ойошторолған йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй икән – дини ғилем, әҙәп-тәүфиҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү бер ҙә зыянға түгел .
“Малайҙарҙы мәсеткә үҙем алып йөрөйөм”, - ти Айгөл Вәхитова.
Эйе, изгелеккә урын киң был донъяла - үҙеңдән башҡаларға бүлеп бирергә аҡылың, иманың, хәлең етә икән – бик мәслихәт һәм сауаплы ғәмәл.
Ҡыпсаҡтың изге күңелле ир-егете Рәдиф Батыров – ошоно төптән аңлағандар иҫәбендә.