Йәмғиәт
10 Февраля 2022, 12:05

Һауа торошо үҙгәрә

Әгәр ҙә ашығыс эш-йомоштарығыҙ булмаһа, бөгөн-иртәгә юлға сыҡмай тороу хәйерле булыр. Сөнки һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлә.

Һауа торошо үҙгәрәҺауа торошо үҙгәрә
Һауа торошо үҙгәрә

11 февралгә ҡарай төндә республикала ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә.

«Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Көндөҙ атмосфера күренештәре көсһөҙләнә.

Ял көндәрендә күпселек райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Республиканың көньяғында һауа шарттарының боҙолоуы – ҡар яуыуы, юлдарға урыны менән көрт һалыуы көтөлә», – тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Температура төндә -8,-13, аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -3,-8, урыны менән -13 градус була.

Автор:
Читайте нас