Йәмғиәт
9 Февраля 2022, 04:40

Районда нисә үҫмер прививка яһатҡан?

Коронавирусты иҫкәртеүҙең бөгөнгө көнгә иң ышаныслы ысулы – вакцинация. Әлеге ваҡытта 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә вакцина яһатыу бара.

Районда нисә үҫмер прививка яһатҡан?Районда нисә үҫмер прививка яһатҡан?
Районда нисә үҫмер прививка яһатҡан?

 8 февралгә тиклем районда 30 үҫмер “Спутник-М” вакцинаһын яһатҡан.

 “Спутник-М” «Спутник-V» вакцинаһының 5 тапҡыр еңеләйтелгән варианты. Был доза үҫмерҙең организмында антиесемдәр барлыҡҡа килһен өсөн етерлек һанала.

Вакцина ике этаптан тора. Прививка баланың ата-әсәһенең йәки законлы вәкилдәренең ризалығы буйынса ғына яһала. Вакцина яһау алдынан баланы педиатр ҡарай. Әгәр прививка яһауға ҡаршылыҡтар булһа (аллергик реакция, вакцинаның берәй компонентына гиперһиҙемлелек, киҫкен инфекциялы сир һ.б.), вакцина яһалмай.

Пандемияның дүртенсе тулҡынында балалар һәм үҫмерҙәр коронавирус менән 2-3 тапҡыр йышыраҡ сирләй башлаған. Сирҙең киҫкенләшкән, ҡатмарлашҡан осраҡтары ла бар икән.

Шуға күрә белгестәр вакцина буйынса мәсьәләне һуҙмаҫҡа, әгәр ҡаршылыҡтар юҡ икән, үҫмер балаларға прививка яһатырға кәңәш итә.

Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ!

(Бөрйән район үҙәк дауаханаһының социаль селтәрҙәге мәғлүмәттәре файҙаланылды).

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас