Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 16:45

ӘЙТЕЛМӘГӘН ИКЕ РӘХМӘТ... йәки Белорет автовокзалында фажиғә була яҙғаны...

...Кемдер яңылыш этеп ебәрҙеме, ҡулым ысҡындымы, ҡапыл тайып киттем дә, ҡуҙғала башлаған автобус аҫтына шыуып индем дә киттем...

ӘЙТЕЛМӘГӘН ИКЕ РӘХМӘТ... йәки Белорет автовокзалында фажиғә була яҙғаны...
ӘЙТЕЛМӘГӘН ИКЕ РӘХМӘТ... йәки Белорет автовокзалында фажиғә була яҙғаны...

Белорет – Бөрйән автобусын, Белореттағы автостанциялағы билет алыу мәхшәрен оло быуын, урта быуын кешеләренең күптәре хәтерләйҙер. Заманында районға Өфө, Учалы, Стәрлетамаҡ яҡтарынан, ғөмүмән, бөтә яҡтан да, нигеҙҙә, бары шул автостанция аша ғына ине юл. Таң менән Өфө – Сибай поезынан төшәбеҙ ҙә кемуҙарҙан тимер юл вокзалы алдында ултырған автобусҡа йүгерәбеҙ. Сөнки кешеһе тулһа, ул ҡуҙғалып китә лә бара. Шуға бер аяҡ менән булһа ла эләгергә тырышабыҙ.

Уныһы тура автостанцияға алып бармай әле ул, тотош ҡаланы урай. Шуға бер боролошта төшөп ҡалып, юл сумкаларын йөкмәп автовокзалға тура йүгерәбеҙ.

Ә әле асылмаған автовокзал бинаһының ишеге төбөндә мәхшәр. Ишек тирәһендәге урынды кем көслөрәк, шулар “яулап” ала. Кемуҙарҙан этешә-төртөшә ингәс, касса тирәһендә лә шул уҡ хәл.

Автовокзалдың ишеге асылғанын дер-дер ҡалтырап бер сәғәт тирәһе көтөргә кәрәк. Ул иртәнге сәғәт 7-лә генә асыла.Унан бергилке ишеккә кәпсәлеп торғас, төркөм быуаһы йырылған даръялай булып эскә “урғыла”. Йән фарманға касса тирәһенә атыла был ағым.

Хәтеремдә, бер мәл мин дә шул көслө ағым шауҡымына эләгеп, касса төбөнә тәүгеләр рәтендә атылып барып йәбештем. Бөтә яҡтан һыҡтылар, ҡыҫтылар, ҡыбырларлыҡ та хәл юҡ. Ярай, ҡыҫым ул тиклем көсәймәҫ борон ҡулымды өҫкә сығарып өлгөргәнмен (ә аҡсаны, 2 һум 20 тинде, тышта уҡ усҡа йомоп ҡуйғайным). Шытырҙатып йомарланған аҡсалы ҡулым, баш осомда антенна һымаҡ ҡалҡып, тиҙҙән генә асыласаҡ касса яғына кәкерәйә биреп сәкәйеп, әҙерлек һыҙығында тора. Һәр ҡыштырлауға һаҡ! Ҡарауылда бит! Бына бер мәл теге яҡта ултырғыс ҡыбырлаған тауыш сыҡты. Кобра һымаҡ сәкәйгән ҡулды йән көскә байтаҡ ҡулдар ҡарауыллаған касса уйымын ҡаплаған япҡысҡа терәнем. Тишек асылыу менән ҡулымды тығып та ебәрҙем. Тик... минең бәләкәй генә ҡулымды иҙеп, тапап, ҡыҫып, егеттәрҙең елле-елле ҡулдары ла тығылды теге тишеккә. 6-7 ҡул тишекә кәпсәлде. Минең ҡул иҫ аҫта ҡалды. Ә кассала Бөрйәнгә бер генә билет ҡалған... Кассир аптырап ҡалды.

Үҙебеҙ күренмәйбеҙ, тегенең танауы төбөндә бары ҡулдарыбыҙ ғына һерәйгән. Һәр йоҙороҡто еҫкәп ҡаранымы, әллә ҙурлығы буйынса самаланымы – бер ваҡыт был минең аҡсалы устарымды шаҡарып тигәндәй асып, аҡсаны алды ла, усыма билетты һалып, үҙе үк бармаҡтарымды кире шытырҙатып йомарлатып, тышҡа ҡарай этте. Юҡ, тартып алып булмай бит ҡулды. Кәпсәлгән дә ҡуйған. Кассир башҡаларҙы әрләй-әрләй минең ҡулды тышҡа этә, мин тыштан һөйрәйем... Тимер ҡыҫҡыс кеүек итеп йомарлаған ҡулымды көскә тартып алып, теге әзмәүерҙәр араһынан көскә һыпырылып сыҡҡанда тунымда 1 генә төймә ҡалған ине... Төймә нимә ул, бәхетем баштан ашҡан – ҡулда алтын билет бар!

Шул кассирға рәхмәтлемен...

Көрәктәй ҡуллы егеттәр бирешмәҫ, тип, йәлләп, минең бәләкәй генә устарымды һайлағандыр инде ул...

Икенсе ваҡиға теге мәхшәрҙә “бәхетле билет” эләкмәгән саҡта булды. Сәбәбе лә шул билет эләкмәүҙә...

Вокзал ишеге таңғы 7-лә асылғас, эркелешеп, бер-беребеҙҙе тапарҙай булып инеп, теге ағым менән касса яғына “ағып китһәм”дә, касса тирәһенә яҡынларлыҡ булманы ул юлы –  “бейеклекте” йәнә алпамышалар баҫып алған ине инде. Шулай ҙа төркөмдән айрылыу юҡ, иң артта һыйынып торам.

Тик кассала 3 кенә билет ҡалған булып сыҡты. Әзмәүерҙәрҙең өсәүһенә эләкте.

Автобус килеп туҡтаны. “Бәхетле” билет “отоусылар” артыҡ ҡабаланмай ғына эскә үттеләр. Ә автобус ишеге тирәһен бындай бәхеткә ымһынып та эйә булмағандар яуы ҡамап алды – бәлки, шофер баҫтырып та алыр... Беҙҙең һымаҡ елгә бөгөлөп торған йәш ҡыҙҙарға ишек тирәһенә яҡын барырлыҡ түгел. Шулай ҙа торабыҙ. Аяҡ аҫты ныҡ тайғаҡ мәл – яп-ялтыр боҙ. Мин автобустың тыш яҡтан урта тирәһендә торам. Шул ваҡыт автобус ишеге ябыла башланы, тик ишекә ябырылыусылар тегене яптырмай, һаман эскә үтергә ныҡыша. Йәне көйгән водитель ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙа ла, автобусты яйлап ҡына ҡуҙғата башланы. Кемдер яңылыш этеп ебәрҙеме, ҡулым ысҡындымы, ҡапыл ҡуҙғала башлаған автобус аҫтына шыуып индем дә киттем. Артҡы тәгәрмәстәре тап эсем тирәһенә генә тап килә. “Бөттөм” тигән уй ҙа үтте баштан, кемдер йән тәслимгә һөйрәп тә алды. Теге билет ала алмай ҡалған әзмәүерҙәрҙең береһе булды, ахыры. Шул тиклем ҡотом осҡандыр инде, кем һөйрәп алғанын да әйләнеп ҡарамағанмын ул ваҡытта.

Мине һөйрәп тә алдылар, секунд элек кенә мин ятҡан ерҙән артҡы тәгәрмәстәр ҙә үтеп китте. Бер секунд хәл итте тотош ғүмеремде. Эсәһе һыуым бөтмәгән булғандыр инде.

Анау тиклем кеше аша водитель нисек кенә күрһен инде быны.

Ошо хәл ваҡыты-ваҡыты иҫемә төшөп, шул ваҡиғаны яңынан кисерәм...

Ул кеше ир-егет булғандыр, сөнки бик тиҙ һөйрәп алды. Ул ир-егет, моғайын, Бөрйәндеке булғандыр, сөнки Бөрйән автобусына ултырырға тора ине бит. Бәлки, тәгәрмәс аҫтында ҡала яҙған ҡыҙ баланың йөҙөн дә күреп өлгөрмәгәндер үҙе. Әгәр ошо ваҡиғаны хәтерләүсе булһа, ул – мин инем, ҡотҡарыусым...

Белоретҡа барған һайын автовокзал янынан үткәндә шул хәл иҫемә төшмәй ҡалмай. Тәүгеһе, кассир менән бәйлеһе, ул тиклем иҫкә лә төшмәй. Ә икенсеһе... йөрәк төбөндә генә һаҡлана...

Бәлки, ошо юлдарҙы уҡығас, ҡотҡарыусым табылыр... һәм рәхмәтем әйтелер. Шул билдәһеҙ кешегә күңелемдә ғүмерлек рәхмәт йәшәй. Табылмаһа, Хоҙайым шул кешегә йән-тән сәләмәтлеге, тормошона бәрәкәт насип итһен инде...

P.S. Хәҙер, шөкөр, таксистар өйөңдән генә килеп алып, барыр ереңә алып барып ҡына ҡуя. Һәр өйҙә кәмендә бер автомашина. Хәҙерге студенттар белмәй ул мәхшәрҙе, шуға ҡыуанам.

Өфө менән дә тура автомобиль бәйләнеше бар. Баш ҡалаға машинала көнөнә ике тапҡыр юлланыусылар ҙа бар. Ә беҙ баш ҡаланан тәүлектән артыҡ ҡайта инек.

Әйткәндәй, был хәл тураһында яҡындарыма ла былтыр ғына һөйләнем. Әсәйем әле лә белмәй.

Таңһылыу Баһауетдинова.

Автор:
Читайте нас: