

Ултырышты район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов алып барҙы.
Беренсе һүҙ Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе етәксеһе Линар Хоҙайназаровҡа бирелде. Ул 2021 йылда район биләмәһендә теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәтселек торошона анализ яһаны.
-Үткән йылда енәйәт эштәренең алдағы йылдарҙан 6,9%-ҡа артыуы күҙәтелә. 2021 йылда 145 енәйәт эше асылған, шуларҙың 47-һе – айырыуса ауыр енәйәттәр. Йыл дауамында 35 урлашыу, 1 кеше үлтереү осраҡтары теркәлгән. Банк карталарынан аҡса урлау Рәсәй буйынса йылдан-йыл арта килә. Беҙҙең районда был төр енәйәттең сағыштырмаса кәмеүе күҙәтелә. Шулай ҙа профилактик сараларҙың йылдар дауамында алып барылыуына, халыҡты иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, алданыусылар табылып тора. Үткән йылда 10 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 7-һе асыҡланған. IT-технологияларҙы ҡулланып башҡарылған 14 енәйәти мутлыҡ эштәре теркәлгән, шуларҙың 6-һы ғына асыҡланған. Бындай енәйәттәрҙе асыуы һәм иҫбатлауы ауыр.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 1 осраҡ асыҡланған. Һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү һәм туҡмау осраҡтары 14, эштәрҙең бөтәһе лә асыҡланған һәм судҡа ебәрелгән. Тағы ла үлтереү менән янау (12), ҡоралдың законһыҙ әйләнеше (4), иҡтисади енәйәт (4), законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары (51) теркәлгән. Бәлиғ булмаған балалар тарафынан 4 енәйәт эше теркәлгән. Алкоголь эсемлектәр ҡулланып башҡарылған енәйәттәр 50, был былтырғы менән сағыштырғанда әҙерәк булһа ла, 50 осраҡ беҙҙең район өсөн бик күп, - тине Линар Сәлмән улы.
Участковыйҙарҙы халыҡҡа яҡынайтыу маҡсатында ауылдарға ҡайтарыу мәсьәләһе күтәрелде һәм эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса тәҡдимдәр әйтелде.
Артабан енәйәт эштәре һәм хоҡуҡ боҙоуҙар составы буйынса эштәр тураһында мировой судья Фидель Хәсәнов һөйләне...
Дауамын гәзиттең 28 ғинуар һанында уҡырға мөмкин