-Юҡ, дөрөҫ түгел. Ауыл хужалығында 30 йыл эшләп, ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарға пенсияның база өлөшөнә 25 процент өҫтәмә түләү тураһында закон 2013 йылда уҡ сыҡҡайны. Ул 2018 йылда ғына үҙ көсөнә инеп, 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләнә башланы. Әгәр пенсионер ауылдан ҡалаға күсеп китһә, был өҫтәмә түләү туҡтай ине.
Үткән йыл ошо законға үҙгәрештәр инде: 2022 йылдан ауыл хужалығында 30 йыл стажы булған пенсионер ауыл еренән ҡалаға күсеп китеүенә ҡарамаҫтан пенсияның база өлөшөнә 25% күләмендәге өҫтәмә түләү уның артынан һаҡланып ҡалына. Быйыл уның суммаһы 1600 һум 28 тин тәшкил итә.
Быйыл 1 ғинуарҙан ҡартлыҡ буйынса пенсия алған һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсия күләме артты.