Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2022, 12:05

Ғаиләләр сослоҡҡа һынау тотто

3 ғинуарҙа Байназар мәктәбе базаһында 1-4 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022” республика фестиваленең муниципаль этабы үтте.

Ғаиләләр сослоҡҡа һынау тотто
Ғаиләләр сослоҡҡа һынау тотто

Ҡатнашыусылар сослоҡҡа, тиҙлеккә һынау тотто. Ғаилә командалары “Сана шыуыу”, “Тюбингта шыуыу” тигән эстафеталарҙа иң көслөнө асыҡланы, быймалы хоккей турнирында бик күңелле итеп көс һынашты.

Ә кемдәр еңде, тиһегеҙме? Финал уйындары һөҙөмтәһе буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1-се урында – Иҫке Собханғол мәктәбенән Аҫылғужиндар ғаиләһе;

2-се урында – Әбделмәмбәт мәктәбенән Ғиләжевтар;

3-сө урында – Иҫке Собханғол ауылындағы 2-се һанлы мәктәп-балалар баҡсаһы исеменән сығыш яһаусы Йәғәфәровтар.

 “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022” республика фестиваленең муниципаль этабының абсолют еңеүселәре – Аҫылғужиндар. Ағымдағы йылдың 21 ғинуарында Өфөлә үтәсәк сәләмәтлек һәм спорт байрамында улар Бөрйән районы исеменән сығыш яһап, район намыҫын яҡлаясаҡ.
Сос, дәртле, көслө команда булып танылған Аҫылғужиндарға республика кимәлендәге уйындарҙа ла уңыштар теләйек.

(Район мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре һәм фотолары файҙаланылды).

Автор:Таңһылыу Баһауетдинова
Читайте нас: