Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2022, 08:00

Имен үтһен байрамдар

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын торлаҡ йорттарҙа, ойошмаларҙа һәм кеше күп йөрөгән урындарҙа хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү маҡсат. Яңы йыл байрамдарында күп кешене йәлеп итеүсе ял кисәләре ойошторола. Янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ғына ошо байрамдарҙы имен-аман үткәреүҙең төп нигеҙе булып тора.

Имен үтһен байрамдар
Имен үтһен байрамдар

Шыршыны биҙәгәндә тыйыла: целлулоид һәм тиҙ ут ҡабыныусан уйынсыҡтар ҡулланыу, майшәм, бенгаль уттары, фейерверктарҙы иллюминация өсөн ҡулланыу, шыршы төбөнә уттан һаҡлаусы состав ҡушылмаған мамыҡ түшәү.

Байрам сараларын ойошторғанда  рәшәткәле тәҙрәләре булған биналарҙа байрамдар үткәреү, дуға прожекторҙар, майшәм, шартлатҡыстар  ҡулланыу, тамашалар ваҡытында утты тулыһынса һүндереү тыйыла.

Әгәр янғын сыға ҡалһа: бөтә эштәр иң беренсе сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш – тиҙ арала янғын һүндереү часенә хәбәр итергә, янғын сығыуын хәбәр итеүсе системаны эшкә егергә, кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарыуҙы хәл итергә, етәксегә хәбәр итергә, янғын подразделениеларын ҡаршы алырға, ҡул аҫтындағы средстволар менән янғынды һүндерә башларға.

Пиротехника менән мөғәмәлә иткәндә хәүефһеҙлектең төп саралары: уларҙы һатып алғанда уҡ ҡулдан үҙе эшләмәгәнлегенә  инанырға – яраҡлылыҡ сертификатын, рус телендә инструкцияһы бармы-юҡмы, ҡулланыу срогы сыҡмағанмы  икәнен тикшерергә. Дефекты  булған йәки корпус менән фитиле зарар күргән изделиеларҙы ҡулланмаҫҡа!

Пиротехниканы ҡулланырҙан алда нимә эшләргә кәрәк: фейерверк өсөн урынды дөрөҫ һайларға (ҙур асыҡ урын, сквер, ялан) һәм был ер ағас һәм ҡаралты-ҡуранан йыраҡ булырға тейеш.100 метр радиуста янғын хәүефе тыуҙырғандай объекттар булмауы шарт! Көслө ел булғанда хәүефле зона 3-4 тапҡырға арттырыла. Кеше йәшәгән өйҙәр эргәһендә аттырырға ярамай – тәҙрә, форточкаға, сарҙаҡҡа, ҡыйыҡҡа инеп, янғын хәүефе тыуҙырыуы бар.

Ҡәтғи тыйыла: инструкцияһын уҡымай тороп, пиротехниканы ҡулланмаҫҡа, секундына 5 метр тиҙлектә ел сыҡһа, уны файҙаланмаҫҡа. Ҡап тышында хәүефле зона күрһәтелгән – шундай зонала аттырмаҫҡа! Ҡулдан салюттар аттырмаҫҡа, изделиены ҡулланғанда уға табан эйелмәҫкә, ҡулланыу срогы үткәндәрен файҙаланмаҫҡа, инструкцияла күрһәтелмәгән аҙымға бармаҫҡа, өйҙәрҙә, биналарҙа пиротехниканы ҡулланмаҫҡа, балкон, лоджияларҙан сығып аттырмаҫҡа, балаларҙың үҙҙәренән пиротехниканы аттырыу бөтөнләй тыйыла, еүешләнгән изделиеларҙы мейес, плитә, батареяларҙа киптермәҫкә!

Кешеләр тәүлек әйләнәһенә булған объекттарҙа  янғын хәүефһеҙлегенә талаптар: етәкселәргә янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыларҙы билдәләргә; яуаплы кешеләр янғын-техник минимумына ошондай эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған ойошмаларҙа уҡыу үтергә тейеш. Байрам сараларын үткәреү ваҡытына янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструкция эшләргә, инструкция үтеүселәрҙең ҡултамғаларын алырға.  Дежур персоналдың һәр береһен электр фонары менән тәьмин итергә. Тәүлек  әйләнәһенә кешеләр була торған урындарҙа персоналды - тын алыу юлдарын һаҡлау өсөн фильтрлаусы индивидуаль средстволар менән, ә бина 5 ҡатлы булһа, индивидуаль ҡотҡарыу ҡорамалдары менән тәьмин итергә.

Ялдар имен үтһен!

Имен үтһен байрамдар
Имен үтһен байрамдар
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: