Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 16:00

Паспортҡа бәйле үҙгәрештәр

Рәсәй Федерацияһы гражданинының паспорты тураһындағы Положениелағы үҙгәрештәр тураһында

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән (№1205, 15.07.2021) Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индерелде.
Хәҙер никахты теркәү һәм тарҡатыу, 14 йәшкә тиклемге балалар, сит илгә сығырға хоҡуҡ биргән паспорт һәм элек бирелгән дөйөм гражданлыҡ паспорттары тураһында билдәләр яңы паспортҡа гражданиндың теләге буйынса ғына ҡуйыла. Элек яңы паспорт алғанда бындай билдәләр ҡуйыу мотлаҡ ине.


Хәҙер 20 һәм 45 йәш тулғас алыштырылырға тейешле паспорттар тейешле йәш кимәле үткәндән һуң 90 көн ғәмәлдә буласаҡ. Быға тиклем улар 30 көн генә ғәмәлдә була ине.
Артабан ҡулланыу өсөн яраҡһыҙға әйләнеү, эшлектән сығыу, зыян күреү йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында паспортты алыштырыу буйынса нигеҙҙәргә лә асыҡлыҡ индерелде.

Билдәләнеүенсә, паспортты алыштырыу өсөн түбәндәгеләр сәбәп булып тора: паспорттың бланкты һаҡлау элементтары боҙолоуы, шул сәбәпле был бланктың ысынмы-юҡмы икәнлеген билдәләп булмауы арҡаһында эшлектән сығыуы; бланктың теүәллеген (билдәләр индереү өсөн тәғәйенләнгән биттең йәки ул биттең бер өлөшөнөң булмауы) боҙған зыян килтерелеү; паспортта мәғлүмәттәр булыу-булмауын ҡарау менән билдәләү мөмкинлеген бирмәгән зыян килтерелеү.


Был үҙгәрештәр 2021 йылдың 16 июленән үҙ көсөнә инде.
2022 йылдың 1 июленән паспортты эшләү 5 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡара. Әлеге ваҡыта – 10 календарь көн.


Шулай уҡ йәшәү урынынан тыш паспорт алыу йәки алыштырыу, паспорт юғалыу (урланыу) буйынса мөрәжәғәт иткәндә лә, әгәр юғалған (урланған) паспорт РФ Эске эштәр министрлығының башҡа подразделениеһы тарафынан бирелгән булһа ла, биш эш көнө дауамында эшләнә. Әлеге ваҡытта был күрһәтелгән осраҡтарҙа паспорт граждандың паспорт алыу йәки алыштырыу һорауы менән мөрәжәғәт иткән көнөнән алып 30 көн эсендә эшләнә.


Үрҙә аталған датанан алып күп функциялы үҙәктәр һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары үҙҙәренә гражданин паспорт тултырыу өсөн биргән мәғлүмәттәрҙе пас-порт тултырыу өсөн РФ Эске эштәр министрлығының территориаль органдарына гражданиндан ул мәғлүмәттәрҙе алған мәлдән алып бер календарь көн дауамында тапшырырға тейештәр. Әлеге ваҡытта был күрһәтелгән документтар өс календарь көн дауамында тапшырыла.

 

Автор:Ф. Ғәйетҡолов, Бөрйән районы прокуроры, юстицияның өлкән советнигы.
Читайте нас: