Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 17:00

Һоҡланырлыҡ күңел донъяһына

Әсмә инәйҙең өйөнә ҡул эштәре музейына ингән кеүек инәһең...

Һоҡланырлыҡ күңел донъяһына
Һоҡланырлыҡ күңел донъяһына

Байназар ауылы ағинәйе Әсмә апай Хәлилованың өйөн эҙләп, боронғо колхоз баҫыуын бер иттек. Йәштәр төпләнгән төбәктә, матур-матур, ҡатлы-ҡатлы заманса йорттар һалынған урамда 80-де уҙған инәй йәшәмәйҙер, тигән ялған һығымта аҙаштырып тегеләй-былай йөрөттө беҙҙе.


Баҡтиһәң, инәйебеҙ 10 йыл әүәл ошо яҡтан өй алып, йәштәр урамында йәштәрҙән артыҡ булмаһа, һис кәм түгел донъя көтөп, бынамын итеп йәшәп ята икән.


Әсмә инәйҙең өйөнә ҡул эштәре музейына ингән кеүек инәһең – сымыры донъяһын үҙе ырғаҡлап бәйләгән аллы-гөллө түшәктәре, диван япмалары, теккән, һырыған түшәктәре, йәйғор төҫөндәге ҡорамалары менән биҙәп, заманса шарттар булдырып, үҙе кеүек оҫта ҡыҙына, кейәүе һәм ейәндәренә терәк-таяныс булып йәшәп ятыуы.


- 83 йәшкә киттем инде, шөкөр. Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, йүнле уҡыу эләкмәне – 7 класс менән мөрхәтһенергә тура килде. Атай мәрхүмде миңә 3 йәш саҡта һуғышҡа алғандар. 7-се класты бөтөү менән Кәртәле яланға һарыҡ көтөргә ебәрҙеләр.


Әсәйем бик диндар кеше булды һәм ҡул эштәренә лә әүәҫ ине. Таҫтарҙар, тәҙрә ҡорғандары, мендәр тыштары сикте, сәсте бөртөкләп, беҙҙе лә ҡаты ҡушты, шуға мин дә ҡул эштәренең һәр береһен бәләкәйҙән белеп үҫтем. Атайымдан бик иртә ҡалдым. Ул һуғышта саҡта, һағыныуым шул тиклеммелер, атайҙың толобо үҙе кеүек ҡәҙерле, бер изге нәмә булып тойолғанмылыр, атайҙың толобо яғына ҡарап сигеү сигәм. Ҡуй, шәм яғына боролоп ултыр, тиҙәр – тыңламайым. Өс ағайым да ҡайтманы бит һуғыштан – Алтынбаев Фәтхулла, атайымдың ике ҡустыһы: Алтынбаев Зекриә, Алтынбаев Мәхмүтдиндәр. Уларҙы әсәйем көткән.


Әсәйем намаҙ эйәһе булғас, мин дә кескенәнән намаҙ уҡыным. Бик күп аят-сүрәләрҙе бер-ике уҡыуға ятлап ала инем. Беҙгә гел ҡарый мулла олатай (Ҡөрьәнде яттан белеүсе) килә ине. Ул Ҡөрьән уҡый, мин эргәһендә тыңлап ултырам да, ятлай һалып алам. Хәтерем яҡшы ине шул хәтлем.


Беҙ эшләмәгән эш ҡалманы инде ул. Иҫке Собханғолға кейәүгә сыҡҡас, унда мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләнем. Аҙаҡ, 1987 йылда, Магнитогорскиға күсеп киттек. Унда ла эш айырмай эшләнем. Урам һепереүсе лә булдым. Хеҙмәтемде ситтә лә баһаланылар – Силәбе өлкәһенең хеҙмәт ветеранымын, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары күп.
2013 йылда, ҡыҙым әжеүәләгәс, тыуған яҡҡа ҡайттым, ошо туғайҙа төпләндем.


1994 йылда ҡот осҡос аварияға осраным. Үҙемдең хикмәтле яҡтарым бар - эшкинмәйһең, тиһәләр ҙә, Аллаһтан ихлас һорап, үҙемде үҙем өшкөрөп, тәки аяҡҡа баҫтым. Дауаханала оҙаҡ яттым. Аяҡҡа баҫып булмай. Шулай ҙа сығарырға булып киттеләр. Шул саҡта мин, аяҡһыҙ ултырған кеше, барыһын аптыратып, атланым да киттем. Аяҡһыҙ ятҡанда, ваҡытты үткәрер өсөн, түшемә һалып өс косынка бәйләнем. Ҡул эштәре менән булышыу үҙе бер күңел дауаһы инде ул.


Һуҡыр эсәккә операция яһатҡас та шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Операция тамамланғас, ятып тор, ти табиптар. Мин операция өҫтәленән үҙем тороп киттем дә барҙым. Ваннала ебен үҙем тартып алдым. Табип аптыраны аҙаҡ, - ти мауыҡтырғыс та, фәһемле лә, тарихҡа һәм ваҡиғаларға бай ғүмер йомғағын һүтеп Әсмә апай.


Бөгөн ул иртә яҙҙан ерҙә соҡсона – баҡсаһы йәйен-көҙөн шау сәскәлә ултыра. Өйөндә лә бихисап гөлдәр үҫтерә. Мейесен дә үҙе сығарған. Ҡыҫҡаһы, ирҙәрҙә булмаған ихтыяр көсө, тәүәккәллек менән бергә гүзәллеккә, зауыҡҡа ынтылып йәшәү, шуны үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, былай ҙа матур донъяһын гөл итеп тотоу сифаты хас Байназарҙың уңған ағинәйе Әсмә Ғибат ҡыҙы Хәлиловаға.


Тағы бер шәп яғы бар уның – әллә күпме шиғырҙарҙы ятҡа белә. Бер нисәүһен (башҡортса ла, русса ла) беҙгә уҡып ишеттерҙе. “Байназарҙа мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгәнемдә көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы иҙән йыуып йөрөгән мине швабрам-утым менән класҡа саҡырып индерә лә, шиғыр ятламай килгән балаларға оят һәм үрнәк булһын, типтер, рус әҙәбиәтенән шиғыр ятлата ине. Шатырлатып ятлап бирһәм, балалар иҫтәре китеп аптырап ултырырҙар ине”, - тип хәтирәләрен барлай апай.


Нәҡ шундайҙар – тормош тотҡаһы, башҡаларға матур үрнәк тә инде.Һау ғына булһын да, гүзәллек тыуҙырыусы егәрле ҡулдарына күҙ теймәһен!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: