Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2021, 14:55

Халыҡ именлеге һағында

Халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе бурыс итеп алған 73-сө янғын һүндереү часендә 35 хеҙмәткәр эшләй. Янғын һүндереүҙән тыш, улар аварияларҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалыу эшен дә атҡаралар.

Халыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында

- Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләгән ҡотҡарыусыларҙың барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Йыл һайын Белорет һәм Өфө ҡалаларында һөнәрҙәренә яраҡлыҡтары буйынса имтихан тапшыралар, көн һайын теҙмә буйынса дәрес үтәләр. Район халҡының янғын хәүефһеҙлеге һағында тәүлек һайын 7 кеше дежур итә. Беҙҙең ҡарамаҡта 3 янғын һүндереү машинаһы бар. Янғын тураһында хәбәр килһә, бер юлы 2 машина объектҡа сыға. Ауыл биләмәләрендә лә 7 янғын һүндереү машинаһы һәм 12 һыу тултырылған трактор тағылмалары бар. Улар йылы биналарҙа урынлашҡан, саҡырыу булған осраҡта янғынға сығырға әҙерҙәр.


Беҙҙең хеҙмәт шулай уҡ авария мәлендә машина эсенән кешеләрҙе сығарыу, ташҡында йәки һыу ингәндә батҡан кешеләрҙе ҡотҡарыу, юғалған кешеләрҙе эҙләү кеүек эштәр менән дә бәйле. Хатта малдары соҡор-фәләнгә төшкәндә лә халыҡҡа ярҙамға ашығабыҙ. Районда штаттан тыш ҡотҡарыусылар күп. Газ хеҙмәте, коммуналь хужалыҡ, медицина, тәртип һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен, энергетик-электриктарҙы ла ҡотҡарыусылар тип атарға кәрәктер. Берәй хәл була ҡалһа, улар бөтәһе лә ярҙамға әҙер.


Ҙур янғындарҙы һүндерешергә беҙгә ауыл биләмәләренең янғын һүндереү дружиналары, урман янғындары үҙәге хеҙмәткәрҙәре, халыҡ һәм ирекмәндәр һәр ваҡыт ярҙамға килә.
Әлеге ваҡытта халыҡ Яңы йыл байрамдарына әҙерләнә, алда оҙайлы ял көндәре тора. Бигерәк тә ошо ваҡытта янғын хәүефе арта. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, райондаштар.
Райондың янғын һағы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы, шулай уҡ ирекле янғын һүндереү дружиналары ағзаларын, берҙәм дежур диспетчерҙарын, районыбыҙ ҡотҡарыусыларын, ирекмәндәрҙе ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотлайым, - тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 73-сө янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Шамил Ниғмәт улы Хәкимов.


Ҡотҡарыусыларға алдағы эштәрендә уңыштар, бәлә-ҡазаға тарымай эшләүҙәрен теләйек.

Һүрәттә:
ҡотҡарыусылар тимер бысыу күнекмәләрен башҡара.

Халыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: