Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 14:35

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары

2021 йылдың 11 айы эсендә республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 426 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 16 бала һәләк булған, 480-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары
Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары

188 аварияла балалар пассажир булған - 14 үлем, 232 йәрәхәт теркәлгән. Шуны иғтибарға алырға кәрәк: 12 аварияла балаларҙы йөрөтөүҙә хәүефһеҙлек ҡайыштары йәки ултырғыстары ҡулланылмаған булған. Һөҙөмтәлә 2 бала вафат булған, 20-һе йәрәхәтләнгән.

Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы 166 аварияла 1 бала һәләк булған, 172-һе тән йәрәхәттәре алған.

Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе үткәүелдәрҙә барлыҡҡа килгән. 59 аварияла 63 бала зыян күргән.

Һәр 6-сы авария тәүлектең ҡараңғы мәлендә барлыҡҡа килә. 29 юл-транспорт ваҡиғаһының 28 осрағында балаларҙың кейемдәрендә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булмауы асыҡлана.

Руль артына ултырған водитель-балаларҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында, төрлө тән йәрәхәттәренә килтергән 37 авария теркәлгән.

Шулай уҡ ағымдағы йылда балаларҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында 103 авария булған. Унда бер бала вафат булған, 102-һе йәрәхәтләнгән.

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем “Иғтибар – балалар!” акцияһы үткәрелә.

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: