Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 16:00

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Райондаштар, дистанцион ысул менән ҡылынған енәйәт эштәренән һаҡ булығыҙ!Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

Мутлашыусыларҙан  һаҡ булығыҙ!
Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Райондаштар, дистанцион ысул менән ҡылынған енәйәт эштәренән һаҡ булығыҙ!


Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙҙең турала шәхси мәғлүмәт, карта номерҙарын йә башҡа мәғлүмәттәр һорап шылтыратмай;


-йәнәһе лә «мошенниктар башҡарған операцияларҙы» туҡтатыу өсөн СМС менән килгән код һандарын һорамай;


-аҡсаны һаҡлап ҡалыу маҡсатында уны икенсе махсус иҫәптәргә күсерергә йәки компьютерға дистанцион идара итә торған махсус программалар ҡуйырға тәҡдим итмәйҙәр;


-«Һеҙҙең картағыҙ блокировкаланған» йәки «Түләү суммаһы блокировкаланған» кеүек СМС-тар ебәрмәйҙәр;


-бер ваҡытта ла сит кешеләргә үҙегеҙҙең банк картаһы номерын һәм СVC-код һандарын әйтмәгеҙ;


-интернет менән файҙаланғанда таныш булмаған ресурс һылтанмаларына инмәгеҙ;


-полиция һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау йә дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре лә граждандарға банк карталарын файҙаланып башҡарылған финанс операцияларының законлылығын раҫлап («ышаныс телефоны» аша ла) шылтыратмай.


Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: