Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 12:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Бер янғын осрағы булған – Иҫке Мөсәттә утынлыҡҡа ут тоҡанған.

Ил өҫтөндә  ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Үткән аҙнала районда 5 сабый тыуған. Яңы ғаилә ҡороусылар булмаған. 1 ғаилә никахын тарҡатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Бер янғын осрағы булған – Иҫке Мөсәттә утынлыҡҡа ут тоҡанған.

02 хәбәр итә
Декабрҙең 13-өнән 20-һенә тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 44 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә янғын сығыу тураһында хәбәр (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), мөлкәткә зыян килтереү (1), битлек режимын боҙоу (7), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 66 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 46. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: