Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 13:00

Айгүзәл дә һынатмаған

Бөрө ҡалаһында 6 колледж араһында уҙғарылған VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатында Айгүзәл фельдшерҙар компетенцияһында үҙен һынап ҡарай.

Айгүзәл дә һынатмаған
Айгүзәл дә һынатмаған

Өфө медицина колледжының 3-сө курс студенты, Байназар ауылы ҡыҙы Айгүзәл Шаһимәрҙәнова ла был мәртәбәле конкурста ҡатнашып, 2-се урынға һәм көмөш миҙалға лайыҡ булған.


Бөрө ҡалаһында 6 колледж араһында уҙғарылған VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатында Айгүзәл фельдшерҙар компетенцияһында үҙен һынап ҡарай.


-Конкурс 3 көн дауамында барҙы. Диагностика, тиҙ ярҙам, акушерлыҡ, профилактика, дауалау, аналитика модулдәре буйынса ауырыу симптомдарына ҡарап, “сирлегә” диагноз ҡуйырға, тиҙ ярҙам күрһәтергә һәм дауалау курсы билдәләргә тейеш инек.


Был конкурс миңә бик күп белем һәм тәжрибә бирҙе. 3 ай буйы уҡытыусылар менән индивидуаль шөғөлләнеү ҙә минең өсөн ҙур ярҙам булды. Еңеүемә бик шатмын. Киләсәктә уҡыуымды дауам итергә теләйем, шул уҡ ваҡытта тиҙ ярҙам бүлегендә эшләп ҡарарға иҫәп тотам, - ти Айгүзәл.


Тырыш, маҡсатына ынтылыусан ҡыҙ йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Яратҡан шөғөлдәренең береһе - шиғырҙар һөйләү. Был шөғөлөнөң дә үҙ емештәре бар: “Тере һүҙ” поэтик һүҙ оҫталығы конкурстарында еңеүҙәр яулай ул.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: