Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 10:00

Төп документлы булдылар

13 декабрҙә район хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа өс райондашыбыҙға – Иҫке Собханғол мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары Гүзәлиә Юлчурина, Эльмир Аллабирҙин һәм Илтимер Мырҙағоловтарға Рәсәй Федерацияһы гражданлыҡтарын раҫлаусы төп һәм мөһим документ - паспорт тапшырылды.

Төп документлы булдылар
Төп документлы булдылар

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уҡыусыларға паспорттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, матур теләктәрен еткерҙе: “Һеҙ, уҡыусылар, бөгөн ҡулығыҙға тормошоғоҙҙағы иң мөһим документты алаһығыҙ. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө билдәләнгән ваҡытта паспортлы булыуығыҙ – иҫтәлекле ваҡиға. Тормошоғоҙҙа күп документтарға эйә булырһығыҙ, әммә паспорт уларҙың араһында иң мөһиме. Рәсәй Федерацияһы гражданы тигән ғорур һәм юғары исемде лайыҡлы йөрөтөгөҙ, тырышып уҡығыҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, әҙәпле, рухлы булығыҙ!”


Миграция бүлексәһе вәкиле Гүзәл Ғарифуллина ла паспорт алыусыларға теләк-кәңәштәрен әйтте: “Паспорт менән һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ ҙа, бурыстарығыҙ ҙа арта. Паспорт – иң төп һәм мөһим документ. Уға һаҡсыл ҡарашта булып, бысратмай, юғалтмай, бөтәрләмәй, яҙып-сыймай матур итеп һаҡлау зарур”.


“Паспорт алыу менән минең иңемдә бурыстар ҙа артты. Үҙемде бер башҡа үҫкәндәй, олораҡ итеп тоям”, - тине Илтимер Мырҙағолов.


“ Үҙенә күрә ҙур яуаплылыҡ икән паспортлы булыу. Төп документыма һаҡсыл ҡарашта булырмын”, -ти Эльмир Аллабирҙин.


“Төп документты ошондай тантаналы шарттарҙа тапшырыуҙарына шатмын, Рәсәй Федерацияһы гражданы исеменә тап төшөрмәҫмен”, - тине Гүзәлиә Юлчурина ла.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: