+8 °С
Болотло
Тап ошо программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды. Быйыл тәүге тапҡыр программала Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенең «Бәрәкәт» территориаль ижтимағи идаралыҡ халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. 10 декабрь көнө дөйөм халыҡ йыйылышы үтте. Был территорияла йәшәүсе халыҡтан күп кенә тәҡдимдәр булды. Шулай ҙа күпселек тауыш менән Иҫке Собханғол ауылының зыяратын кәртәләү проекты хупланды.