Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 11:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Үтеп киткән аҙнала районда 3 сабый тыуған - бәхетле ата-әсәләрҙең ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ!

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Яңы никахтар теркәлмәгән. Бер ғаилә никахын тарҡатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Яҡындарына Хоҙай сабырлыҡ насип итһен.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.

02 хәбәр итә
Декабрҙең 6-һынан 13-өнә тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 42 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә бурлыҡ (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (4), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеү (1), битлек режимын боҙоу (7), законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы менән сауҙа итеү (1) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 78 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 62. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған.

Автор:
Читайте нас: