Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2021, 08:30

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле  райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Конституция ҡабул итеү - Рәсәй тарихындағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе. Илебеҙҙең төп законы граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен нығытты, йәмғиәттең демократик яңырыуын һәм дәүләт ҡоролошоноң федератив башланғысын тәъмин итте.


Заманса закондарҙың эффектлылығында, илебеҙҙең берҙәмлегендә, социаль-иҡтисади үҫешендә Конституцияның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.


Башҡортостаныбыҙ байрамды йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫешендә, етеш тормошонда һәм уның тыныслығында ҡаршылай. Сөнки беҙҙә милләт-ара килешеүсәнлеккә, граждандарҙың рухи мәҙәниәте үҫешенә, уларҙың лайыҡлы тормош ҡороуҙарына, Конституция нигеҙҙәрен, талаптарын тормошҡа ашырыуға барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. Башҡортостаныбыҙҙың, районыбыҙҙың артабан да нығыныуға яңы һулыш алыуы был күренештәргә аныҡ дәлил булып тора.


Байрам уңайынан барығыҙға ла һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек, илебеҙ хаҡына барлыҡ эштәрегеҙҙә лә уңыштар теләйем!

 

Хөрмәтле  райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!
Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: