Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 15:20

Тин һумды ҡотҡара...

...Нишләргә белмәй аптыранып торғанда, әмәлгә ҡалғандай, эргәбеҙгә бер асарбаҡ ир килеп, аҡса һорана башланы. Мин: "Һиңә түгел, үҙебеҙгә етмәй әле, беҙ бит студенттар," - тигән булам, йәнем көйөп. Шул саҡ, әллә беҙҙе йәлләне, әллә үҙ башынан үткәнгәлерме, беҙгә бер ус тимер аҡсалы ҡулын һуҙҙы...

Тин һумды ҡотҡара...
Тин һумды ҡотҡара...

Хикмәт инде. Бер көн өй буйлап 1 һумлыҡ аҡсаларҙы йыйып сыҡтым. Унда ла 1 һум, бында ла 1 һум, иҙәндә лә 1 һумлыҡ тимер аҡсалар тәгәрәшеп ята. Балаларҙан: "нишләп аҡсаларҙы йыйып алмайһығыҙ?"- тип һорайым. "Эй, ул 1 һумлыҡ ҡына, ул аҡсаға бер нәмә лә алып булмай," - тип һанға һуҡмамыш булдылар. "Тин һумды ҡотҡара, 1 һум да аҡса," - тинем дә, уларға үҙем менән булған бер хикмәтле хәлде һөйләнем.
2000-се йылдар башы. Мин БДУ-ның 2-се курсында уҡып йөрөй инем. Көн һайын сиратлап икмәк алабыҙ. Әхирәтем менән сығыр алдынан тимер аҡсаларҙы һанап, кеҫәбеҙгә сылтырлатып һалып алдыҡ. Ә 10 тинлек шкаф тартмаһында ятып ҡалды. Бүлмәләге ҡыҙҙар: "быныһын да ҡуша ал", тиһәләр ҙә, "юҡ, ул нимәгә етә" тигән булып алманым. Ятаҡ ҡаршыһындағы икмәк кибетенә барып, икмәк алайыҡ тиһәк, тап баяғы 10 тин аҡса етмәй бит әй! Әхирәтем: "Их, бушҡа алмағанбыҙ" тигән була. Нишләргә белмәй аптыранып торғанда, әмәлгә ҡалғандай, эргәбеҙгә бер асарбаҡ ир килеп, аҡса һорана башланы. Мин: "Һиңә түгел, үҙебеҙгә етмәй әле, беҙ бит студенттар," - тигән буллам, йәнем көйөп. Шул саҡ, әллә беҙҙе йәлләне, әллә үҙ башынан үткәнгәлерме, беҙгә бер ус тимер аҡсалы ҡулын һуҙҙы. Ә минме?
Мин бер минут та уйлап тормай, үҙемә кәрәкле 10 тинде алдым да, рәхмәт әйтеп, икмәк алып ятаҡҡа юлландым. Бүлмәлә ҡыҙҙар бит икмәк көтөп ултыра.
Бына шулай... Тиндең һумды ҡотҡарыуын, һәр аҡсаның ҡиммәтен, ниндәй генә социаль хәленә ҡарамаҫтан кешелә миһырбанлыҡ тойғоһо уяныуын шунда аңланым. Балаларға ла үҙ миҫалымдан сығып, ошо төшөнсәләрҙе аңлатырға тырыштым.

ДИНАРА ҠОТЛОБАЕВА, ИҪКЕ МОНАСИП АУЫЛЫ.

Автор:
Читайте нас: