Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 16:20

Дәүләт теркәү билдәләре таҙа булырға тейеш

Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: транспорт сараларының дәүләт теркәү билдәләре уҡырлыҡ булырға, икенсе төрлө әйткәндә, автомобилдәрҙең номерҙары күренеп торорға тейеш.

Дәүләт теркәү билдәләре таҙа булырға тейеш
Дәүләт теркәү билдәләре таҙа булырға тейеш

Күҙәтеү барышында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре ундай транспорт сараһын туҡтаталар һәм, әгәр ҙә улар юлдағы бысраҡлыҡ арҡаһында күренмәй торһа,  водителгә урында уҡ дәүләт теркәү билдәләрен һөртөп, таҙартырға тәҡдим итәләр. Шулай уҡ водителгә автомобилдә хәрәкәт иткәндә номерҙар тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында таҙа булырға тейешлеген аңлаталар.

Ҡасан номерҙар уҡырлыҡ (шәйләрлек) булмай тип иҫәпләнә һуң?

Әгәр ҡараңғы ваҡытта 20 метр алыҫлыҡтан артҡы дәүләт теркәү билдәләренең бер хәрефен йәки һанын булһа ла уҡырлыҡ булмаһа, ә тәүлектең яҡты ваҡытында – автомобилдең алғы йәки артҡы дәүләт теркәү билдәләренең берәй хәрефен йәки һанын уҡырлыҡ булмаһа, номерҙар уҡырлыҡ түгел тип иҫәпләнә.

Ҡайһы бер автомобиль йөрөтөүселәр уҡып булмаҫлыҡ теркәү билдәләре менән йөрөгәндә тиҙлекте арттырыу, светофорҙың тыйыусы сигналына ҡарамай үтеп китеү, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡаларға өҫтөнлөк бирмәү кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн административ яуаплылыҡтан ҡаса алабыҙ тип уйлайҙар.

РФ КоАП-ының 12.2 статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, дәүләт теркәү номерҙары уҡырлыҡ булмаған транспорт средствоһы менән идара иткән өсөн иҫкәртеү йәки 500 һум штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Бынан тыш, әгәр водитель номерҙар күренеп тормаһын өсөн йәғни уларҙы уҡыуға ҡаршылыҡ тыуҙырыусы төрлө ысулдар ҡулланған булһа, ул ваҡытта РФ КоАП-ының 12.2 статьяһының 2-се бүлеге буйынса яуаплылыҡ тоторға тура киләсәк. Йәғни, 3 айға тиклем транспорт средствоһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү йәки 5000 һум күләмендә штраф янай.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: