Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2021, 10:00

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан күп һанлы саралар күҙаллана. Район биләмәһендә Башҡорт теле көндәрен үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көндәре декабрҙең 7-һенән 14-енә тиклем үтә. Ул Башҡорт теле көнөнә һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала.
25 ноябрҙән 6 декабргә тик-лем “Аҡмулла нәсихәттәре” тигән республика флешмобы ойошторолдо.


Башҡорт теле аҙналығын үткәреү концепцияһы ҡабул ителде.


“Ете аҙым” марафоны сиктәрендә Башҡорт теле аҙналығының һәр бер көнө бер мәғәнәне аса:
7 декабрь (тәүге аҙым) – “иман”;
8 декабрь (икенсе аҙым) – “күңел”;
9 декабрь (өсөнсө аҙым) – “аҡыл”;
10 декабрь (дүртенсе аҙым) – “шөкөр”;
11 декабрь (бишенсе аҙым) – “әҙәп”;
12 декабрь (алтынсы аҙым) – “сабыр”;
13 декабрь (етенсе аҙым) – “ихлас”.


Мәғариф учреждениеларында “Башҡорт теле – иманлы тел” девизы аҫтында мәктәп радиоһы, телевидение форматында “Иманлы кеше ниндәй була?” тигән акция (башҡорт телендә йырҙар башҡарыу, интервьюлар, башҡорт теле дәрестәренән репортаждар, проекттар һ.б.) үтә.


Мәҙәниәт учреждениелары араһында социаль селтәрҙәрҙә “Мәңге йәшә, башҡорт теле!” тигән эстафета ҡаралған. Шулай уҡ “Әсәм теле – сәсән теле” тигән онлайн конкурс үткәреләсәк.


“Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” девизы аҫтында М. Аҡмулланың шиғырҙарын ятҡа һөйләү буйынса видеомарафон, мәктәптәрҙә башҡорт телендә стена гәзиттәре сығарыу, “Башҡорт теле – аҡыл теле” девизы аҫтында “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны форматында “Йомробаш” интеллектуаль уйынында ҡатнашыу, “Туған тел илселәре” тигән республика акцияһында ҡатнашыу, “Башҡорт теле – шөкөр теле” девизы аҫтында “Ә һеҙ үҙегеҙ шөкөр итә беләһегеҙме?” тигән акция, башҡорт теле буйынса этноквиз, “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” тигән фольклор коллективтары видеомарафоны, шиғырҙар яҙыу акцияһы, башҡорт телендәге журналдар һәм гәзиттәр көнө, башҡорт теле буйынса берҙәм дәрестәр, йәштәр өсөн “Ритайым”, “Туған телемә һөйөү көнө” тигән әҙәби акция һәм башҡа саралар ҡаралған. Ғөмүмән, аҙналыҡ бик эстәлекле һәм бай булмаҡсы.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: